

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында үткәрелгән Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә кәңәшмәһендә республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева быйыл туғыҙ айҙа Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре тураһында сығыш яһаны.
– Һаулыҡ һаҡлау тармағы үҫешенең төп маҡсаты – республика халҡына күрһәтелгән медицина ярҙамының сифатын һәм унан файҙалана алыуҙы күтәреү. 2022 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын дөйөм финанслау – 7,83 миллиард, федераль бюджет 5,8 миллиард һум тәшкил итте, – тип белдерҙе ул.
Быйыл “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” проектына ярашлы, федераль һәм төбәк бюджетынан дөйөм финанслау 819,9 миллион һум тәшкил иткән. Һигеҙ медицина ойошмаһы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылды, 43 берәмек ҡоролма ҡуйылды, шул иҫәптән алтауһы – юғары технологиялы. Өс КТ ҡоролмаһы ҡуйылды һәм файҙалануға тапшырылды, Сибай ҡалаһында МРТ-ны монтажлау тамамлана, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү өсөн препараттар килтерелде.
Быйыл, “Яман шеш сирҙәре менән көрәш” проектына ярашлы, федераль һәм төбәк бюджетынан финанслау 539 миллион һум тәшкил итте. Республика балалар клиник дауаханаһының Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге, Сибайҙағы төбәк-ара перинаталь үҙәк төҙөлөшө, шулай уҡ Стәрлетамаҡтағы 1-се балалар поликлиникаһы бүлексәһе бинаһын капиталь ремонтлау “Балалар һаулығын һаҡлау үҫеше” проектына ярашлы бара.
Динара Еникеева республикала кадрҙарға ҡытлыҡ булмаһын өсөн белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләү, “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса түләүҙәр бирелеүе хаҡында һөйләне.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Күмертау медицина округы буйынса штаттан тыш баш белгесе Олег Астаховтың сығышы иһә был медицина округы эшмәкәрлеге тураһында булды.
Сарала ҡатнашыусылар Мораҡ үҙәк район дауаханаһы бүлексәләрен ҡараны һәм “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы килгән заманса ҡорамалдар менән танышты.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.