

Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһының алдан бирелгән мәғлүмәттәре буйынса, быйыл туғыҙ айҙа Башҡортостанда бер мең кешегә дөйөм үлем күрһәткесе 12,0 булған. Был, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 21,4 процентҡа кәмерәк. Ойошҡанлы һәм дөрөҫ йүнәлешле эш һөҙөмтәһендә 9954 кеше ғүмере һаҡлап алып ҡалынған.
"Шулай уҡ сабыйҙар үлемен кәметә алдыҡ, 2022 йылдың туғыҙ айы буйынса был оператив күрһәткестәр 4,5 промилле тәшкил итә. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, ул 18,2 процентҡа кәмерәк", – тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин бөгөн Күгәрсен районының Мораҡ ауылында үткәрелгән республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә кәңәшмәһендә.
Ул, балаларға медицина ярҙамы күрһәткәндә мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыуға “Балалар һаулығын һаҡлауҙы, балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙе, заманса инфраструктура булдырыуҙы ла индереп, үҫтереү” төбәк проекты булышлыҡ итә, тип белдерҙе. Барлыҡ медицина ойошмалары өсөн ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә һәм диспансер күҙәтеүен заманса, сифатлы күҙәтеүгә өҫтөнлөк бирелә.
Оператив мәғлүмәттәргә ҡарағанда, быйыл туғыҙ айҙа республикала ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән үлем осраҡтарының 14 процентҡа кәмеүе күҙәтелгән. Шулай уҡ яман шештән ғүмер өҙөлөү 0,7 процентҡа аҙайған. Тышҡы сәбәптәрҙән ғүмер өҙөлөү осраҡтары 13,9 процентҡа кәмегән.
Айрат Рәхмәтуллин быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән 54 маҡсатлы күрһәткестән 24-енә өлгәшелеүе тураһында белдерҙе. Ә ҡалғандары буйынса ҡаҙаныштар йыл аҙағына булыр тип күҙаллана.
Халыҡтың медицина ярҙамынан файҙалана алыуына айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Шулай итеп, 18 апрелдән 9 сентябргә тиклем Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” иҫкәртеү акцияһы ойошторолдо. Сараны үткәргән ваҡытта “Сәләмәтлек поездары” республиканың 259 тораҡ пунктында булды, белгестәр 120097 кешене ҡараны, 43483 тикшереү ойошторолдо, 1489 граждан өҫтәмә тикшереү үткәреү һәм дауаланыу өсөн төбәктәге медицина ойошмаларына ебәрелде, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Айрат Рәхмәтуллин сығышында билдәләүенсә, Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, быйыл 20 объектты төҙөү һәм дүртеһенә проект эшләү ҡаралған. Капиталь сығымдар 7197,315 миллион һум тәшкил итәсәк.
Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.