Сәләмәт булайыҡ
26 Октябрь 2022, 12:45

"Рәхмәт, хөрмәтле Вил Мамил улы!"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте.

"Рәхмәт, хөрмәтле Вил Мамил улы!""Рәхмәт, хөрмәтле Вил Мамил улы!"
"Рәхмәт, хөрмәтле Вил Мамил улы!"

“Башҡортостандағы күптәр беҙҙең медицина аҡһаҡалы, талантлы ғалим һәм хирург Вил Мамил улы Тимербулатовты таныр, моғайын. Ә был фотография – бөгөн Донбасстағы ҡалаларҙың береһендәге операциялар эшләү урынынан.

Беҙҙең заманда һәр кем һайлау алдында. Кемдер шымып ҡала, ә кемдер, ауырлыҡтарға, хәүефкә һәм йәшкә ҡарамай, балыһын да ташлап, күп йыллыҡ медицина тәжрибәһен һәм талантын башҡалар менән бүлешә.

Рәхмәт, хөрмәтле Вил Мамил улы! Үҙҙәренең геройҙарса эшен башҡарған һәм ватандаштарыбыҙҙы – Донбасста йәшәүселәрҙе – ҡотҡарған табиптарыбыҙға һәм шәфҡәт туташтарыбыҙға рәхмәт!”

Фото: vk.com/radiyhabirov

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас