Сәләмәт булайыҡ
27 Октябрь 2022, 06:00

Их, ҡорот, ҡорот, ашайыҡ тәмләп тороп!

Журналист, блогер Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолованан ҡорот эшләү серҙәре һәм милли ризығыбыҙ хаҡындағы матур шиғыр.   

Их, ҡорот, ҡорот, ашайыҡ тәмләп тороп!Их, ҡорот, ҡорот, ашайыҡ тәмләп тороп!
Их, ҡорот, ҡорот, ашайыҡ тәмләп тороп!

Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова социаль селтәрҙә тәмле итеп ҡорот эшләү серҙәре һәм милли ризығыбыҙ хаҡында матур шиғыры менән уртаҡлашты.  

Ап-аҡ һөттән, аҡ ниәттән

Хасил булған аҡ ҡорот.

Һағындыра әсе тәме,

Ауыҙ һыуҙары ҡороп.

 

Ҡояш наҙын, ер йылыһын,

Үлән шифаһын тойоп,

Ҡоротло һурпалар эсеп,

Сир бар икәнен онот.

 

Өҫтәлеңдән өҙөлмәһә

Шифалы әсе ҡорот,

"Аллахол" менән "Фестал"ды

Тупһаңдан ебәр бороп.

 

Ҡорот эшләү сере ябай:

Аҡ һөттән ҡатыҡ ойот,

Ҡатығыңды һапырып тор

Ҡайнар ҡаҙанға ҡойоп.

 

Тәмләтер ҡайнар ҡоротто

Ҡыр сейәһе япрағы,

Танһыҡтарың ҡандыра алмай

Тәмләрһең тағы-тағы.

 

Кескәй тоҡҡа һалып һарҡыт

Эркетте - ҡорот һыуын,

Тоҙлап йә шәкәрләп ал да

Самалап ҡына һоғон.

 

Кескәй йоморсаҡтар итеп

Ҡышҡылыҡҡа әҙерлә.

Һурпаларың тәмләтерһең,

Бисмиллалап, ҡәҙерләп.

 

Ап-аҡ һөттән ризыҡ төрләп

Хасил була аҡ ҡорот.

Әсе ҡорот әҙерләйек

Татлы ниәттәр ҡороп,

Изге теләктә тороп.

 

Авторы – Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас