

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус менән ауырығандар һаны 271-гә тиклем кәмене, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Пандемия башланғандан алып республикала барлығы 329,5 мең кеше ковид менән ауырыған. 183 сирле әле дауаханала. Уларҙың күбеһе – оло йәштәгеләр. 3,3 мең кеше өйөндә дауалана. Үткән тәүлектә генә 417 сирле дауаханаларҙан һауығып сыҡҡан.
Вакцинацияға килгәндә, коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентың да 3,193 миллион кеше яһатҡан. Улаҙың дүрт меңе – һуңғы тәүлектә.
Фото: phonoteka.org