Сәләмәт булайыҡ
28 Октября 2022, 12:12

Үләндәрҙең шифаһы бар

shkolazhizni.rushkolazhizni.ru
Фото:shkolazhizni.ru

Үләндәрҙең тылсымлы көсөнә ышанғандар һәм уларҙы һынағандар дарыу үләндәрен йәй буйы әүҙем йыйҙы. Был осор тотош йылға етерлек тәбиғи сеймал, хуш еҫле сәй, косметик саралар әҙерләү өсөн экологик яҡтан таҙа, шифалы гөлләмәләр туплау форсатын бирә.

Мәҫәлән, ҡандала үләнен генә алайыҡ. Ул туғайҙарҙа, юл буйын­да, йорт тирәһендә үҫә. Ауыл ху­жалығында силос, сенаж куль­тураһы сифатында ҡулла­ныла. Ҡандала үләне – баллы үҫемлек, уны бал ҡорттары ла бик ярата. Үләндәге кумарин тигән матдә тәмәке, шарап, сыр яһағанда файҙаланыла. Ҡандала үләне Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә осрай, Башҡортостандың Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла райондарында күпләп үҫә.

Халыҡ медицинаһында ҡан­дала үләнен тын юлы ағзалары, ашҡаҙан-эсәк, бөйөр һәм бәүел ҡыуығы ауырыуҙарын, гипертония һәм атеросклерозды дауалағанда, баш ауыртҡанда, имеҙгән әсә­ләрҙең күкрәк һөтө күләмен арттырыу өсөн дә ҡулланалар. Шулай уҡ ҡандала үләненән эшләнгән препараттар быуындар шешеүен, яраларҙы, елһенеүҙәрҙе, фурункулдарҙы дауалағанда файҙаланыла.

Июндең икенсе яртыһында күк сәскәнең япраҡтарын һәм сәскәләрен йыя башлайҙар.

Бер үҙенсәлеге бар: зәңгәр төҫөн һаҡлау өсөн, өҙөп алынған сәскәләрҙе яҡшы елләтелгән ҡа­раңғы бинала киптерәләр. Япраҡ­тарын иһә ҡәҙимге тәртиптә кип­терергә мөмкин. Уларҙы, ғәҙәттә, яраларҙы һәм елһенеүҙәрҙе уңал­тыу өсөн ҡулланалар. Сәскәһе бәүел ҡыуыу һәм үт ҡыуыу препараттарын әҙерләүҙә кәрәк.

Шулай уҡ июндең тәүге ярты­һында урман еләгенең япрағын һәм сәскәләрен, ай аҙағында иһә емештәрен дә йыялар. Кипкән урман еләге халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла.

Урман еләге төнәтмәләрен һәм ҡайнатмаларын аҙ ҡанлылыҡтан, ашҡаҙан-эсәк, бөйөр, бауыр, үт бүлеп сығарыу юлдары ауы­рыу­ҙарынан, атеросклероз, гипер­тония ваҡытында, авитаминоз һәм депрессия кисергәндә витаминлы һәм дөйөм нығытыусы са­ра сифатында, шулай уҡ организмдан зарарлы матдәләрҙе сы­ғарыу өсөн ҡулланалар. Ер елә­ге менән тән яраларын, сей яраны, экземаны дауалайҙар, Кипкән емеш-еләк, сәскәләр һәм яп­раҡ­тарҙы сәйгә ҡушалар.

Июнь дауамында болон кле­верының сәскәләрен дә йыялар. Ундағы файҙалы матдәләр антисептик сифатына, организмды дөйөм нығытыу, ҡаҡырыҡты һәм бәүелде ҡыуыу тәьҫиренә эйә. Уны диабет, туберкулез, йүтәл, ҡурылдай быумаһы, бөйөр ауы­рыуҙары киҫкенләшкәндә, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары ваҡытында, дөйөм нығытыу һәм витаминлы сара сифатында ҡулланалар. Ғәҙәттә, клеверҙан төнәтмәләр һәм ҡайнатмалар яһайҙар, унан сәй ҡайнаталар.

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас