

28 октябрҙә республиканың 1108 мәктәбендә “Башҡортостандың ата-әсәләре дөрөҫ туҡланыу яҡлы!” Берҙәм республика асыҡ ишектәр көнө ойошторолдо. Сарала 10 меңдән ашыу ата-әсә ҡатнашты.
Мәктәп ашханаларында ашамлыҡтарҙың күргәҙмә-дегустацияһы ойошторолдо, унда теләгән һәр кем ҡатнашты, тәмләп ҡараны, документарҙы өйрәнде, журналдарҙы ҡараны, ғөмүмән, уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороу шарттары менән яҡындан танышты. Ата-әсәләр балаларының яҡшы сифатта һәм төрлөләндереп ашатыуҙарын күрҙе.
Ошо уҡ көндә ата-әсәләр өсөн “Уҡыусыларҙың мәктәптә сәләмәт һәм балансланған туҡланыуы режимы” темаһына йыйылыштар уҙғарылды. Унда баланың һаулығын һаҡлау өсөн дөрөҫ туҡланыуҙың мөһимлеге һәм әһәмиәте тураһында һүҙ барҙы.
Һорауҙарға яуап алыу ысулы менән баланың өйҙәге туҡланыу тәртибе тураһында мәғлүмәттәр алынды, уҡытыусылар өлкәндәргә нисек дөрөҫ ашатыуҙы ойоштороуға бәйле кәңәштәр бирҙе.
Шулай уҡ мәктәптәрҙә дөрөҫ туҡланыу темаһына дәрестәр үткәрелде: “Кеше тормошонда витаминдар”, “Иң файҙалы аҙыҡ-түлектәр”, “Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлек нигеҙе”, “Һаулыҡ әлифбаһы”. Балаларға дөрөҫ туҡланыуҙың төп маҡсаттары, балансланған рацион һәм файҙалы ризыҡтар тураһында һөйләнеләр.
Сараны мәктәптә туҡланыу системаһын һәм ата-әсәләр контролен камиллаштырыу маҡсатында Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған.
Фото: республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.