Сәләмәт булайыҡ
29 Октября 2022, 04:00

Табынға - өйҙә бешерелгән вафли

Сәйегеҙ тәмле, ял көнөгөҙ йәмле булһын!

Табынға - өйҙә бешерелгән вафлиТабынға - өйҙә бешерелгән вафли
Табынға - өйҙә бешерелгән вафли

Бының өсөн өс йомортҡа, стакан ярым һөт, 200 грамм маргарин, бер стакан шәкәр, ике стакан он, тоҙ, сода, ванилин кәрәк.

Маргаринды утта иретәбеҙ ҙә уға йомортҡа, шәкәр, тоҙ, сода, ванилин, он өҫтәп һәйбәтләп бутайбыҙ. Ҡамыр шыйығыраҡ булырға тейеш. Ондо һалып бөтмәҫкә лә мөмкин. Шунан вафли бешергесте йылытабыҙ. Эсен майлап, ҡатнашманы һалабыҙ.

Әҙер вафлиҙарҙы эҫе көйөнсә төрөргә лә мөмкин. Ризығыбыҙ әҙер.

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото: Bene Custo

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас