Сәләмәт булайыҡ
2 Ноябрь 2022, 07:30

Аяғын ҡырҡырға хәл иткәндәр...

Стәрлетамаҡтан 46 йәшлек ир инвалид булып ҡалыр ине.

Аяғын ҡырҡырға хәл иткәндәр...Аяғын ҡырҡырға хәл иткәндәр...
Аяғын ҡырҡырға хәл иткәндәр...

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә табиптарҙың уңышлы операцияһы хаҡында һөйләне. 

"Быйыл июль айынан Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһында аяҡ-ҡул ишемияһының төбәк клиник үҙәге үҙ эшен башланы. Уның белгестәре аяҡ-ҡул ишемияһына дусар булған пациенттарҙы амбулатор һәм стационар этаптарҙа асыҡлай, "табип-табип" режимында консультация үткәрә һәм дауалау алымдарын билдәләй.

...46 йәшлек пациент А. ҡапыл ҡаты сирләп киткән һәм Стәрлетамаҡтағы 1-се ҡала клиник дауаханаһының ҡан тамырҙары бүлегенә эләккән. Унда ирҙең һул аяғында киҫкен ишемия ауырыуы асыҡланған. Дауалау башлана, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ыңғай динамика күҙәтелмәй. Аяҡты киҫеү зарурлығы тыуа.

Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһында аяҡ-ҡул ишемияһының төбәк клиник үҙәге менән кәңәшләшкәндән һуң, 30 октябрҙә пациент ашығыс рәүештә Өфөгә килтерелгән. Тәрәнтен тикшереү барышында аяҡҡа ҡан бармауы асыҡлана. Ауырыу шунда уҡ операция бүлмәһенә килтерелә, унда хирургтар янбаш, тубыҡ аҫты, балтыр артерияларынан тромбэктомия яһай. Операция бер нисә сәғәт дауам итә, ишемия сигенә һәм аяҡ һаҡлап алып ҡалына.

Уңда өҫтәге һүрәттә һеҙ аяҡта ҡан ағымының булмауын күрәһегеҙ, ә аҫта - аяҡ тамырҙарынан алынған тромбтарҙы.

Сәләмәт булығыҙ! Хәлегеҙ насарланған хәлдә шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ", - тип яҙған министр.

Фото amic.ru, vk.com/wall552135440_888

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас