Сәләмәт булайыҡ
2 Ноябрь 2022, 15:30

"Пациенттарының рәхмәте уларҙы ысын оҫта итә"

Бөгөн Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 42 хеҙмәткәре төрлө маҡтау ҡағыҙҙарына һәм юғары исемдәргә лайыҡ булды.

"Пациенттарының рәхмәте уларҙы ысын оҫта итә""Пациенттарының рәхмәте уларҙы ысын оҫта итә"
"Пациенттарының рәхмәте уларҙы ысын оҫта итә"

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәрҙә бөгөн аҡ халатлыларҙы бүләкләү тантанаһына бәйле кисерештәре тураһында яҙҙы.

"Коллега-табиптарға дәүләт наградалары тапшырыу ҡыуаныслы булды.

Табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының бурысы график буйынса эшләүгә генә ҡайтып ҡалмай. Пациенттарға иғтибар, фиҙакәрлек, һиҙгерлек. Табиптарҙы кеше “рәхмәте” ысын профессионалдар итә, тип әйтергә мөмкин.

Тантаналы шарттарҙа Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды, "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы", "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре" тигән почетлы исемдәр бирелде. Улар - Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 42 хеҙмәткәре", - тиелә яҙмала.

Фото Максим Забелиндың сәхифәһенән.

"Пациенттарының рәхмәте уларҙы ысын оҫта итә"
"Пациенттарының рәхмәте уларҙы ысын оҫта итә"
"Пациенттарының рәхмәте уларҙы ысын оҫта итә"
"Пациенттарының рәхмәте уларҙы ысын оҫта итә"
"Пациенттарының рәхмәте уларҙы ысын оҫта итә"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас