

Буласаҡ һөнәр һайлау һәм уға тоғро ҡалыу, ниндәй генә ауырлыҡтар осрамаһын, баҙап ҡалмау, киреһенсә, алға атлау, фиҙакәрлек кеүек сифаттар талап ителә аҡ халатлыларҙан. Улар – донъялағы иң хөрмәтле һөнәр эйәләре.
Халыҡтар берҙәмлеге байрамы алдынан дәүләт наградаларына лайыҡ булған медицина хеҙмәткәрҙәре араһында Йылайыр үҙәк район дауаханаһы табип-педиатры Мәжит Зәйнулла улы Әмәкәсов та бар ине.
Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Мәжит Зәйнулла улын “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеменә лайыҡ булыуы менән тәбрикләгән. “Лайыҡлы наградағыҙ менән ҡотлайым! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, эшегеҙҙә уңыштар теләйем”, - тиелә ҡотлауҙа.
Беҙ ҙә Мәжит Зәйнулла улына эшендә яңынан-яңы уңыштар, тағы ошондай шатлыҡ-ҡыуаныслы мәлдәрҙең күберәк булыуын теләйбеҙ!
Фото: Борис Мелкоедовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.