

Яман шеште еңеп буламы? Был һорау бөгөн шул хәтлем көнүҙәк. Беҙ был һорауға “ЭЙЕ” тигән яуапты мотлаҡ табырға тейешбеҙ. Мең төрлө сығанаҡты аҡтарырға, онотола барған бөйөк Гиппократ, Әбүғәлисина хеҙмәттәренән башлап хәҙерге замандың күренекле табиптарының видеосығыштарына тиклем өйрәнеү зарур.
Беренсе аҙым
“Был сирҙән дауаланып буламы?” тигән һорауҙы ишетеү менән күптәрҙең башында шунда уҡ “юҡ” тигән яуап барлыҡҡа килгәненә шигем юҡ. Ни өсөн тигәндә, йәмғиәттә был фекер ныҡлы урын алған. Ошо урында: “Яман шеш кешене үлтермәй, беҙҙе белемһеҙлек һәм битарафлыҡ үлтерә”, – тип ҡаршы төшөр инем.
Түбәндә бәйән ителәсәк тарихтың геройы ла, үҙендә ошо сир асыҡланғас, ғүмер сәғәте оҙаҡ һуҡмаҫ, тип уйлай ине. “Берҙән-бер улымды өйләндереп тә өлгөрмәнем, ейәндәремде күрә алмайым. Был сирҙән дауа юҡ инде”, – тип ныҡ төшөнкөлөккә бирелгән хәлдә осраштыҡ беҙ Т. менән.
Улар аптырап, хәсрәттән ҡара янып, ҡатыны менән килгәйне. “Тура эсәктә 10 сантиметр оҙонлоғонда шеш булыуын әйттеләр. Дүртенсе стадия, метастаздар эсәктәргә киткән. Химия һәм нур терапияһы тәғәйенләнеләр, операцияға әҙерләйҙәр. Ныҡ шикләнәм, был хәлде йырып сығып булырмы икән? Ҡайҙан килеп сыҡты? Пенсияға сығып, рәхәтләнеп йәшәп тә булманы...”
Артабанғы һөйләшеүҙе диалог рәүешендә яҙам.
– Йәшәгегеҙ киләме?
– Килә. Тик был сир менән иҫән ҡалыу шик тыуҙыра.
– Көрәшә башламаҫ элек еңелдегеҙме ни?
– Таныштар араһында китеүселәр бар, еңә алманылар. Мин дә сереп бөтөп барам икән.
– Ә һин бүтән юлды һайлап ҡара. Сереүҙе туҡтатырға кәрәк.
– Ниндәй юлдан барырға һуң?
– Тәнеңдәге сирҙән ҡотолоп була торған юлдан.
– Ә ундай юл бармы икән һуң?..
– Әйҙәгеҙ, башта сир ҡалтырап төшөрлөк маҡсат ҡуяйыҡ. Әле генә ейәндәрҙе лә күрә алмам инде, тинең. Хәҙер шуны ыңғай маҡсатҡа әйләндерәйек. Бөтә күңелеңде айҡап сығырлыҡ, ете ҡат күктәргә – Аллаһы Тәғәләгә етерлек итеп уйла. “Мин ейәндәремде күргем килә. Аллаһы Тәғәләм, шул көндәрҙе күрергә насип ит” тип күҙҙәреңдән йәштәрең сыҡҡансы ялынып һора. Изге маҡсат бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңә ала.
Ошо мәлдә икебеҙ ҙә тынып ҡалдыҡ. Т.-ның күңелендә ниндәйҙер эске көрәш башланыуын тойҙом. Тоноп ҡалған күҙендә осҡон сағылды, сикәһендә күҙ йәше ялтыраны. Бөкөрәйгән арҡаһы төҙәйҙе. Яурынын киреп, ултырған урынында ҡалҡынып ҡуйҙы. Үҙеңдең дауамыңды күрергә, уны ҡулынан тотоп, тормош буйлап атларға тигән теләк әйтеп бөтөргөһөҙ көс бирҙе. Йөҙөндәге сирыштары яҙылып, хәсрәттән ҡарайған йөҙө яҡтырып китте. Иң мөһим беренсе аҙым яһалды.
Көрәш алымдары
Ошо мәлдән сир менән аяуһыҙ көрәш башланды. Нимәләр эшләнек һуң?
Иң беренсе баштағы насар уйҙарҙы алып ташланыҡ. Т. һәр яңы көндө изге теләк менән башланы, хәленән килгәнсә көндәлек эштәрҙе башҡарҙы. Аллаһы Тәғәләнән ғүмерен ҡыйырға торған сирҙән сәләмәтләнеү әмәлдәрен ғөзөрләнеп һораны. Кем нимә һорай, Аллаһы Тәғәлә шуны бирә.
Ошо мәлдән башлап яман шеш күҙәнәктәренә үрсергә ҡамасаулаған, организмдың көрәш потенциалын арттырған, иммунитетты күтәргән туҡланыуға күстек. Тулыһынса тип әйтерлек бешмәгән ризыҡ ашай башланы. Йәй башы ине. Үҙҙәре һыҡҡан сөгөлдөр, кишер, лимон, әфлисун, гранат, балан һуттары эсте. Дегәнәк япрағы йыйып, һут яһанылар, уны ике ай буйы ҡабул итте. Дегәнәк һуты метастаздарҙы юҡҡа сығара. Укроп, йәшел һуған, петрушка, сельдерей һәм башҡа үҙебеҙҙә үҫкән йәшел тәмләткестәрҙән салат яһап ашаны. Уға күп итеп һарымһаҡ, әсе ҡыҙыл борос ҡушты. Етен, зәйтүн майҙарын ҡалаҡлап эсте. Ҡыяр, помидор өлгөрә башлағас, уларҙы ла даими ҡулланды. Кәзә һөтөнән яһалған ҡымыҙ эсте. Йәйгеһен үҙебеҙҙә ниндәй еләк-емеш өлгөрә, барыһын да ашарға тырышты. Бешкән ризыҡтарҙан ҡарабойҙай бутҡаһы, сөгөлдөр һәм кәбеҫтә ашын ҡулланды, бик ныҡ ит ашағыһы килгәндә йылҡы итенән кәтлит бешерҙеләр. Ҡатыны ҡомалаҡ икмәге һала башланы. Әйткәндәй, хәләл ефете бар яҡлап ҙур ярҙам күрһәтте.
Яман шешкә ҡаршы көрәштә ҡулланылған үләндәрҙе йыйып, ҡатнашма яһанылар. Уны “Сборы от рака отца Георгия” тип интернеттан табырға мөмкин. Был төнәтмәне сирҙән ҡотолғансы эсте.
Паразиттарға ҡаршы программа
Беренсе көндән үк шундай программа булдырҙыҡ. Иртәнсәк бер стакан йылы һыу эсеп, артынса ас ҡарынға бер балғалаҡ кипкән әрем йә ун тырнаҡ онталған һарымһаҡ, йә бер балғалаҡ онталған ҡәнәфер ҡабул итте. Йоҡо алдынан (ярты сәғәт ҡала) әрем төнәтмәһе эсте. Көн дауамында ла биш-алты сәғәт ара менән әрем эселде. Таңға табан тороп, сәй содаһын һыуға болғап эсеүҙе индерҙе (был алымды интернеттан уҡыған).
“Шеш урыны янған кеүек”, – тине Т. Яна инде, уға ҡаршы һөжүм башланды бит! Организм уны кире ҡаға башланы, дөрөҫ туҡланғас, тәндең ғәйрәте артты. Шештең эсендәге рак күҙәнәктәренә лә көн бөттө, сөнки улар яратҡан ризыҡ ашау юҡ. Быға тиклем Т. тәм-том, магазин сүпрәһендә ҡабартылған ҡамырҙан бешерелгән бәлештәр яратҡан, көн дә тиерлек эш урынында бутерброд менән һыйланған, салатты ризыҡҡа ла һанамаған. Икешәр-өсәр көн эс ҡатып йөрөү осраҡтары йыш булған. Ҡоролай ашауҙың зыяны ошо инде. Ә эс ҡатыу яман шешкә килтергән беренсе сәбәп булып тора.
Ике аҙна эсендә хәле ныҡ һәйбәтләнеп, тәненә көс инеп, йәшәү дәрте барлыҡҡа килде. Артабан асығыу көндәрен индерә башланыҡ (“Сухое голодание” тип атала, интернетта табып уҡығыҙ, тик әҙерлекһеҙ башларға ярамай). Өс көндән башлағайныҡ, артабан биш көнгә еткерҙе. Ас торғанда организм эстәге бөтә зарарлы нәмәнән ҡотолорға тырыша, шештәр кибә, рак күҙәнәктәре үлә.
Т. биш тапҡыр бишәр көндән ас тороуҙы үтте. Һәр яңы асығыуҙы организмды тулыһынса тергеҙгәс кенә башлайбыҙ. Ас торғандан һуң яман шешкә ҡаршы программаны артабан дауам итәбеҙ. Кемдер өсәр тәүлек асығыуҙы һайлай, кемдер – икешәр. Һәр кем үҙ хәленән сығып ҡарар итә.
Т. табиптарға күренеп торҙо. Анализдар бирҙе, УЗИ, КТ үтте. Өс айҙан уның тәнендә бер метастаз да ҡалмауы билдәле булды. Анализдары ныҡ һәйбәтләнде. Алты айҙан һуң тикшеренеү ун сантиметр ҙурлығындағы шештең бәләкәй сөйәл хәтлем ҡалыуын күрһәтте. Ҡамасаулап тормаһын тип, уны ябай операция ярҙамында алдыртты. Әлбиттә, был һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн ныҡлы ихтыяр көсө, ҙур теләк, ең һыҙғанып тырышыу кәрәк булды. Т.-ның алдына ҡуйған маҡсаты барыһын да еңеп сығырға ярҙам итте.
Был ваҡиғаға биш йыл үтте, йәғни ул – ваҡыт һынауын үткән тарих. Бөгөн Т. ҡатыны менән гөрләтеп донъя көтә. Һирәк-һаяҡ хәбәрләшеп торабыҙ. “Зәүхиә, сир менән бергә Аллаһы Тәғәлә аҡылды ла мулдан бирҙе. Туҡланыу сирҙең дә, сәләмәтлектең дә башы икәнен аңлатты”, – ти ул. Улы өйләнде. Алла бойорһа, ейән-ейәнсәрҙәрен дә күрерҙәр.
И.А. Крыловтың “Аҡҡош, суртан һәм ҡыҫала” тигән мәҫәлендәге кеүек, яман шештең сәбәптәрен бөтөрмәйенсә йәки аңламайынса, төрлө яҡҡа тартылырбыҙ, әммә “йөк һаман шул урында” булып, сир һәм уны килтереп сығарған сәбәптәр ҡалыр. Шик-шөбһәгә бирелеп, йәшәүгә өмөттө юғалтып, үҙебеҙҙе йәлләп карауатта сирҙе ҡосаҡлап ятһаҡ, ул сәбәптәр бары тик ғазаптарға һалып, көсөбөҙҙө алып, яҡты донъянан китеү көндәрен яҡынайтыр. Ә бына әҙ генә башты эшләтеп, уйҙарыбыҙҙы дөрөҫ юҫыҡҡа бороп ебәрһәк, бик күп сәләмәтләнеү юлдары асылыр.
- Зәүхиә НИЗАМИЕВА-ҠӘҘЕРБӘКОВА