Сәләмәт булайыҡ
3 Ноябрь 2022, 17:00

Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ!

Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшеп, әллә күпме кешенең ғүмерен ҡотҡарған, йәшәү бәхете бүләк иткән яҡташыбыҙға юғары награда тапшырылды.

Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ!Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ!
Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ!

Билдәле рус яҙыусыһы Антон Чеховтың “Табип һөнәре – батырлыҡ, ул фиҙакәрлек, күңел һәм уй-ниәттәрҙең сафлығын талап итә” тигән һүҙҙәре бар. Ысынлап та, бар күңелен һалып башҡарғандар ғына был һөнәрҙе үҙ итәлер, моғайын.

2 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Улар араһында Зәлифә Йосопова ла ла бар ине. Ул Рәсәй Федерацияһы Президентының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.

Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙы Йосопова Зубов ҡасабаһындағы ковид-госпиталдең 4В блогы мөдире вазифаһын атҡара. Госпиталь асылыу менән Өфөнөң 4-се йоғошло ауырыуҙар клиникаһында эшләгән 15-кә яҡын медицина хеҙмәткәре тап ошо яңы асылған ҙур дауаханаға күсерелә. “Ҡыҙыл зона”ның талаптары ла, үҙенсәлектәре лә ҡурҡытмай уңған, тырыш, маҡсатлы табипты. Ул коронавирус инфекцияһы менән ихлас көрәшкән, әллә күпме кешенең ғүмерен ҡотҡарған, йәшәү бәхетен бүләк иткән. Бынан тыш, Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙы әллә күпме йәш табипҡа дөрөҫ дауалау серҙәрен өйрәткән. Өҫтәүенә, ул эпидемия осоронда ҡабул итеү бүлексәһенең эшен рәткә һалған.

Беҙ Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙын ошондай ҙур дәүләт наградаһына лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Еңел булмаған эшендә уңыштар, сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ!

Фотолар Зәлифә Йосопованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ!
Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ!
Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ!
Зәлифә Мөхәмәт ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас