

Бөтә инсульттар ҙа беҙ уйлағанса киҫкен рәүештә үтмәй. Клиник билдәләре булмаған йәки “өндәшмәүсән”, “аҫтыртын” инсульттарҙың хәүефе тураһында Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Н.И. Пирогов исемендәге милли тикшеренеү медицина университеты хеҙмәткәре, медицина фәндәре кандидаты Мария Чердак аңлатма бирә.
Ғалимдең әйтеүенсә, ҡайһы саҡта инсульт үҙен бөтөнләй һиҙҙермәй, ҡул-аяҡтар ойоуы, йөҙ симметрияһы, хәрәкәтләнеү һәм телмәр боҙолоуы кеүек сиргә хас клиник билдәләр күҙәтелмәй. Инсульттың үҫешә барыуын кеше һиҙмәй, баш мейеһенең бер өлөшө һәләк була, әммә пациент ҡасан был ауыр хәлде кисергәнен хәтерләмәй. Бындай инсульттар осраҡлы рәүештә, магнит – резонанс томографияһы үткәргәндә асыҡлана. Бындай “мыштым” инсульттар ғүмергә хәүеф менән янай һәм сирҙән һуң барлыҡҡа килгән деменцияларҙы кинәт арттыра. Шуға күрә ҡан тамырҙары ҙур зарар кисергәндән һуң икенсел иҫкәртеүгә иғтибар биреүҙән алда, тәүге иҫкәртеү эштәрен үткәрергә, сәләмәт тормош алып барырға, ҡан баҫымын, холестерин кимәлен күҙәтергә кәрәк. Йәш ваҡыттан сәләмәтлегеңә иғтибарлы булыу алтмыш йәште үткәндән һуң инсульт хәүефен кәметәсәк.
Мария Чердак әйтеүенсә, сир йәшәрә бара, ул ниндәй йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, һине көтмәгәндә һағалауы, хатта балаларҙы аяҡтан йығыуы мөмкин.
–Инсульт өлкән йәштә клиник күренеше һәм организм реакцияһы менән айырыла. Беҙ уны йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәре һөҙөмтәһендә баш мейеһендә барлыҡҡа килгән өҙлөгөү тип иҫәпләйбеҙ. Хәүеф факторҙарына артериаль гипертония, холестерин алмашыуы боҙолоуы, ҡан тамырҙары атеросклерозы, йөрәк ритмы үҙгәреүе инә. Урта йәштәге кешеләрҙә йыш ҡына атеросклероз һәм артериаль гипертензия инсультҡа килтерә. Өлкәндәрҙә, айырыуса 80 йәште уҙған пациенттарҙа, инсульт барлыҡҡа килеүенә йөрәк ритмы боҙолоуы, айырыуса аритмия сәбәпсе. Инсультҡа тәү тапҡыр юлыҡҡан һәр унынсы кешелә когнитив функциялар боҙолоуы, деменция күҙәтелә, ә сир ҡабаттан аяҡтан йыҡҡанда һәр өсөнсө ауырыуға хас. Дарыуҙар менән ваҡытында дауаланмағанда һәр дүртенсе пациентта инсульт яңынан ҡабатлана. Табиптың күрһәтмәләрен теүәл үтәү һәм сәләмәт тормош алып барыу инсультҡа яңынан дусар булыу ихтималлығын һигеҙ тапҡырға кәметә, ти табип. Был сир оло йәштәгеләрҙе йыш ҡына инвалидлыҡҡа алып килә, урта йәштәгеләр менән сағыштырғанда сиргә юлыҡҡан өлкәндәр араһында үлем осраҡтары күпкә юғарыраҡ. Үлем осраҡтарының алдағы бер нисә йылда дауам итеүе мөмкин.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.