

Бер ҙә сер түгел, матур ҡуйы сәсле ҡатын-ҡыҙҙар тиҫтерҙәренә ҡарағанда күпкә йәшерәк күренә. Йоҡа, өҫтәүенә йыш ҡойолоп йонсотоусан сәсле аҫыл заттарға ни эшләргә?
Косметологтарҙың фекеренсә, көн һайын тараҡта йәки мендәрҙә ҡалған 20-100 сәс бөртөгө тәбиғи хәл. Кешенең сәсе даими яңыра, алты-һигеҙ йылдан һуң алышынып тора. Әгәр услап ҡойолғанын һиҙһәгеҙ, борсолорға урын бар, ти табиптар. Тик артыҡ көйөнөргә лә сәбәп юҡ, сөнки ҡатын-ҡыҙға, ир-аттан айырмалы, пеләш ҡалыу хәүефе янамай. Ә сәс ҡойолоуҙың мең төрлө сәбәбе бар, мәҫәлән, шампунды һәм сәс буяуҙарын дөрөҫ һайламау, насар туҡланыу. Матур ҡуйы сәс – аҫыл зат сәләмәтлегенең мөһим күрһәткесе. Көслө стресс кисергәндә, гормондар үҙгәреше осоронда, туҡланыу дөрөҫ ойошторолмағанда сәстәр организмдағы кире үҙгәрештәргә бик ныҡ һиҙгерлек күрһәтә. Даими рәүештә лак, гель, мусс, эҫе фендар ҡулланыу ҙа сәстәр ҡойолоуына килтереүе ихтимал. Химик бөҙрәләтеү, сифатһыҙ буяуҙар, сәстәрҙе тарттырып бәйләп ҡуйыу ҙа зарарлы. Ҡайһы ваҡытта медицина препараттары сәс ҡойолоуына килтерә. Шулай ҙа төп сәбәп – ҡатын-ҡыҙҙың дөрөҫ туҡланмауында, тип иҫәпләй косметологтар. Айырыуса яҙғы миҙгелдә сәстәр төҫһөҙләнә, “тыңлауһыҙға” әйләнә, ҡойола, сөнки организм көсһөҙләнә, витаминдарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Өҫтәүенә тәбиғәт үҙе кешегә “программа” һалған, яҙғыһын сәстәр йәйге миҙгелгә әҙерләнеп, яйлап ҡойола һәм яңыра башлай. Шуға күрә был хәлгә күнергә тура килә. Яңылары тиҙерәк үҫеп сыҡһын өсөн һәр кем тырышлыҡ һала ала. Мәҫәлән, үҫеште тиҙләтеү өсөн туҡланыу рационына А, Е, С витаминына бай аҙыҡ-түлекте индерегеҙ. Дингеҙ балығы, кишер, үҫемлек майы, көнбағыш, лимон, сәтләүектәр шулар иҫәбендә.
Сәс составында ниндәй минераль матдәләр булыуын беләһегеҙме? Эйе, дөрөҫ, цинк, магний, селен, тимер, кальций, кремний сәстәрҙе нығыта. Әгәр улар организмға етешмәһә, сәстәр һыныусан һәм ҡойолоусанға әүерелә. Тимәк, был микроэлементтар тупланған абрикос, миндаль, ҡара емеш, алма, какао, йәшел сәй һәм шоколад табында булһын. Аҡһым да бик файҙалы: йомортҡа, ит, балыҡ, һөт аҙыҡтарына өҫтөнлөк бирегеҙ. Диета тоторға әүәҫ ҡатын-ҡыҙҙарҙың йыш ҡына был аҙыҡтарҙан баш тартыуын аҡлап булмай. Составында аммиак һәм перекись булмаған буяуҙарҙан файҙаланығыҙ. Сәс ҡойолоуҙың тағы бер сәбәбе – себорея. Май биҙҙәре эшмәкәрлеге боҙолоуы арҡаһында баш ҡауаҡлана, ҡысыта. Һөҙөмтәлә баштағы күҙәүҙәр тығыла, сәс төбө эшмәкәрлеге боҙола һәм сәстәр яйлап ҡойола башлай. Был саҡта баш ҡауаҡланыуына ҡаршы шифалы шампундар ярҙам итер. Ҡыҙҙырылған, артыҡ майлы һәм әсе аҙыҡтарҙы сикләү ҙә бары һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына буласаҡ.
Фото:Traveltimes.ru