

Өфөләге 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһына ҡараған поликлиниканың 3сө бүлексәһе табибы, юғары категориялы белгес Кудрявцева Елена Александровнанан һаулыҡты нығытыуға ҡағылышлы кәңәштәр.
"Көҙгө-ҡышҡы осорҙа балалар киҫкен вируслы, респиратор ауырыуҙарына тиҙ бирешеп бара, йыш сирләй. Шуның өсөн иң тәүҙә уларҙың иммунитетын күтәреү буйынса эшләү мөһим. Был тәңгәлдә ата-әсә маҡсатлы һәм эҙмә-эҙлекле эш алып барырға тейеш: кескәйҙәрҙең дөрөҫ туҡланыуын хәстәрләү, физик күнегеүҙәр башҡартыу, саф һауала етерлек йөрөтөү - уларҙың төп бурысы.
Бәләкәстәр булған йортта нимә ашауығыҙға айырыуса иғтибар итергә кәрәк, сөнки сифатлы һәм сәләмәт үҫеш өсөн кәрәкле матдәләрҙе бала тәү сиратта аҙыҡ-түлектән ала. Балыҡ, диетик ит, һөт ризыҡтары, төрлө ярманан бутҡа, йәшелсә-емеш - туҡланыуҙы төп нигеҙҙе тәшкил иткән ошо аҙыҡтарҙы файҙаланып ойоштороу фарыз. Иммунитетты күтәреү өсөн түбәндәге аҙыҡ-түлек ифрат йоғонтоло.
* Кефир һәм йогурт. Был аҙыҡтарҙа пробиотиктар (һөт кислотаһының тере бактериялары) бар. Улар үҙ сиратында эсәктәрҙең флораһын тергеҙеп, иммунитетты күтәрергә булышлыҡ итә. Бигерәк тә үҙегеҙ яһағаны файҙалы буласаҡ.
* Һөт. Унда аҡһым, май, углевод һәм минераль матдәләр күп. Майлылығы түбәнерәк - 1,5-2,5% булғанын һайларға кәрәк. Бигерәк тә кәзә һөтөнөң файҙаһы ҙур. Аллергиктарға һөттө алмаштырыусы ризыҡтар ярҙамға килер.
* Алма. Ашҡаҙан-эсәктең эшмәкәрлеген көйләй. Февралгә тиклем алма файҙалы үҙенсәлектәрен юғалтмай тип һанала, тимәк, икеләнмәйенсә ошо мәлгә тиклем ашатырға мөмкин. Алма киҙеү мәлендә хәлде яҡшырта, ауырыуҙан һуң тиҙерәк аяҡҡа баҫыр өсөн көс бирә, аҙ ҡанлылыҡтан да ул - яҡшы дауа.
* Кишер. Был йәшелсә ҡул аҫтында һәр ваҡыт булһын - файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Беренсенән, ул организмдың вирустарға ҡаршы тороуына булышлыҡ итә, икенсенән, анемия һәм дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелгәндә, ул мотлаҡ рационда булырға тейеш. Өсөнсөнән, ундағы бета-каротин күреү һәләтенә ыңғай тәьҫир итә.
* Бал иммунитетты яҡшы күтәрә, һыуыҡ тейҙереп ауырығанда ла ул ныҡ килешә, ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай. Тик көслө аллерген булараҡ уны һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәңәш ителә. Балалар өсөн йүкә йәки ҡарабойҙай балын файҙаланырға тырышығыҙ. Аҙнаһына ике тапҡыр йылымыс сәйгә буташтырып эсергәндә лә шифаһы була.
* Сөгөлдөр. Аҙ ҡанлылыҡты дауалағанда ул яҡшы һөҙөмтә бирә, елһенеүгә ҡаршы тороу һәләте бар, нервы системаһының эшмәкәрлеген яҡшырта, аппетитты күтәрә.
* Петрушка. Был тәмләткес үләндә бөтә төр витаминдар, кальций, калий, тимер, фосфор булғанлыҡтан уны рационға мотлаҡ индерергә кәрәк. Һыуыҡ үткәреп сирләгәндә лә аяҡҡа тиҙерәк баҫырға ярҙам итә.
* Балалар өсөн ит һайлағанда күркә итендә туҡталығыҙ. Ул аҡһымға, В төркөмө витаминдарына, тимер, цинк, магнийға бай. Организмдың һаҡланыу көсөн нығыта, анемия булдырмаҫҡа ла яҡшы аҙыҡ һанала.
* Диңгеҙ балығы. Иммунитетты күтәрә, мейе һәм нервы системаһы эшмәкәрлеген яйға һала. Һаулыҡ өсөн балыҡтың майлырағы яҡшы.
* Төрлө ярманан - ҡарабойҙай, һоло, арпа - бутҡа - һаулыҡты нығытыу өсөн бик яҡшы тәғәм. Файҙалы булыу менән бергә, ул еңел үҙләштерелә лә.
* Һуған менән һарымһаҡты күптәр яратмаһа ла, яйлап был йәшелсәләрҙе лә рационға индерергә кәрәк, сөнки уларҙағы фитонцидтар зарарлы бактерияларҙы үлтерә, иммунитетты күтәрергә булышлыҡ итә.
Балаларҙы сыныҡтырыуға, физик әүҙемлеген үҫтереүгә тейешле иғтибар һәм ваҡыт бүлергә кәрәк. Көн тәртибе булдырып, уны теүәл үтәүҙе, санитария-гигиена ҡағиҙәләрен еренә еткереп башҡарыуҙы талап итеү мотлаҡ. Миҙгел сирҙәре таралған осорҙа кеше күп йөрөгән урындарҙа булыуҙы сикләп тороу ҙа - ауырыуҙы иҫкәртеү буйынса һөҙөмтәле алым".
Фото:traveltime.ru