

Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында үҙ эшенең оҫталары эшләй. Аҡ халатлылар үҙ эштәренә яуаплы ҡарай, ҡала халҡының сәләмәтлеге һағында тора. Ошо көндәрҙә бер төркөм Гиппократ антына тоғро ҡалыусыларға Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы тапшырылды.
Бына улар -Сибай ҡалаһы үҙәк ҡала дауаханаһы поликлиникаһының терапия бүлеге мөдире - Шәүрә Дамир ҡыҙы Нурғәлина; - Сибай ҡалаһы үҙәк ҡала дауаханаһы поликлиникаһының терапия бүлеге өлкән шәфҡәт туташы - Зифа Айбулат ҡыҙы Ғәлләмова; - Сибай ҡалаһы үҙәк ҡала дауаханаһының ультратауыш диагностикаһы табибы - Флүс Мөғәллим улы Сираев; - Сибай ҡалаһы үҙәк ҡала дауаханаһының яңы тыуған перинаталь үҙәге палатаһы шәфҡәт туташы - Фирюза Камил ҡыҙы Хәсәнова.
Фото: Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы сайтынан.