Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Ноябрь 2022, 15:00

Фикус гөлөн яратҡандарға

Шундай ҡыҙыҡ ышаныуҙар ҙа йөрөй: фикус булған йортта кире тойғо-кисерештәр "йотола", оҙаҡҡа һуҙылған проблемалар хәл ителә, балаға уҙа алмағандарҙың эштәре ыңғайлап китә. Ҡыҫҡаһы, тормоштағы ҡайһы өлкәне яйларға кәрәк, гөлдө шул биләмәгә ултыртырға кәңәш ителә.

Фикус гөлөн яратҡандарға
Фикус гөлөн яратҡандарға

Был тропик үҫемлектең шундай серҙәре бар: бәлә-ҡазанан һаҡлай, түллелеккә, аҡыл ҡеүәһенә ыңғай йоғонто яһай, өйҙө хәүефле тойғоларҙан, күңелһеҙлектәрҙән, яман көстәрҙән таҙарта, бәхет, уңыш, муллыҡ саҡыра... Ул булғанда һауа сафлана, хатта уны саң һурҙырғыс менән сағыштыралар.

Шундай ҡыҙыҡ ышаныуҙар ҙа йөрөй: фикус булған йортта кире тойғо-кисерештәр "йотола", оҙаҡҡа һуҙылған проблемалар хәл ителә, балаға уҙа алмағандарҙың эштәре ыңғайлап китә. Ҡыҫҡаһы, тормоштағы ҡайһы өлкәне яйларға кәрәк, гөлдө шул биләмәгә ултыртырға кәңәш ителә.

Фикус - дауалаусы ла. Уны элек-электән йүткергәндә, һыуыҡ үткәргәндә ҡулланғандар. Спиртлы төнәтмәһе ревматизмды, артритты, артрозды дауалағанда ныҡ ярҙам итә, ти халыҡ аҡылы. Геморрой сыҡһа, уның майы менән һылағандар.

Һәр йорт гөлө кеүек фикус та хәстәрлекле тәрбиә, иғтибар талап итә. Уны яҡты (ҡояш нурҙары яндырмаҫлыҡ булһын), һауа температураһы үҙгәрмәгән (20-27 градус), ел һуҡмаған урынға ҡуйырға кәрәк. Гөл даими дымландырыуҙы (таҙартылған һалҡын һыуҙы көнөнә 1-3 тапҡыр һиптерергә, эргәһенә һыулы һауыт ҡуйырға) талап итә. Туҡландырыу (азот-калийлы, фосфор -калийлы минераль ашламалар менән), тышҡы ҡиәфәтен матур тотоу (һарғайған, кипкән япраҡтарын алып ташлау, һөртөү, оҙон булып үҫмәһен өсөн осон ҡырҡып тороу, тупрағын йомшартыу һ.б.), яҡтылыҡты тигеҙ алһын өсөн аҙнаһына ике-дүрт тапҡыр уны ҡояшҡа табан бороп ултыртыу тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк. Сентябрь-ноябрь айҙарында уны ҡышҡы тыныс тормошҡа әҙерләү - әҙ күләмдә фосфор -калийлы ашлама һибеү мөһим.

Йүткергәндә ошондай рецепт буйынса компресс яһарға була. Фикустың бер япрағын ҡайнар һыуға өс минутҡа тығып алабыҙ. Бешекләнгән япраҡҡа бер балғалаҡ бал һылап, күкрәккә ябабыҙ ҙа өҫтөнән йылы әйбер менән нығытып бәйләйбеҙ. Япманы таңға тиклем тоторға мөмкин.
Фото:architecture-and-design.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: