

Организмға зарар килтерерҙәй яман ғәҙәттәр, аҙ хәрәкәтләнеү, гел ултырып эшләү, нимә етте шуны ашау кире һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай - һаулыҡ тиҙерәк ҡаҡшай, мейенең эшмәкәрлеге түбәнәйә, хатта йәш өҫтәлә барған һайын Альцгеймер сире үҫешеү хәүефе һағалай.
Иртә ҡартайыуҙы кисектереп, асыҡ зиһенде оҙаҡҡараҡ һаҡлап була, тип раҫлай психологтар. Уның өсөн тәжрибәле белгестәрҙең файҙалы кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.
Ашауға етди мөнәсәбәт булдырып өйрәнергә кәрәк. Сәләмәт туҡланыу тән һәм йән өсөн генә түгел, мейегә лә ифрат мөһим. Менюла йәшелсә-емеш, зәйтүн майы, балыҡ һәм башҡа диңгеҙ ризыҡтарына өҫтөнлөк биргәндә, мейе эшмәкәрлеге өсөн бигерәк тә яҡшы - ундағы күҙәнәктәрҙең юғалыуы кәмей төшә, аҡыл һәләтенә ыңғай йоғонто яһала.
Күнегелгән, яйға һалынған уңайлы тормоштан ситләшеп, әленән-әле уй-фекерҙе икенсе юҫыҡҡа йүнәлтеп, яңы шөғөл башҡарыу ҙа аҡыл ҡеүәһен нығытыуға булышлыҡ итә. Психологтар иҫәпләүенсә, ниндәйҙер икенсе һөнәр үҙләштергәндә, сит тел өйрәнгәндә, доға, йәнгә ятҡан шиғыр ятлағанда, шулай уҡ элекке ғәҙәттәрҙе яңыһы менән алмаштырғанда (икенсе юлдан ҡайтыу, өйҙәге йыһаздың урынын алмаштырыу, бүтән төрлө һөнәр эйәләре менән аралашыу һ.б.) - ул нейроһығылмалылыҡ тип атала - мейенең һығылмалылығы һаҡлана, сөнки холоҡ-ғәҙәттәге үҙгәреш яңы нейрон бәйләнештәрен хасил итә.
Белгестәрҙең өсөнсө кәңәше: тейешенсә йоҡларға кәрәк, сөнки лимфа системаһы нәҡ төнгө ваҡытта мейене нейротоксиндарҙан таҙарта. Был процесс тулыһынса үтәлһен өсөн кеше тәүлегенә 7-9 сәғәт ваҡыт йоҡларға тейеш.
Әүҙем социаль тормош алып барыу зарур, ти артабан психологтар. Пенсияға сығып, эшкә йөрөмәй башлағас, аралашыу мөхите тарая бара. Шуның өсөн туғандар, таныштар, дуҫтар менән бәйләнеште өҫмәйенсә, даими хәл-әхүәл белешеп, һөйләшеп тороу бик мөһим. Аралашырға яратҡандарҙың, йомоҡтар менән сағыштырғанда, аҡыл ҡеүәһе 70 процентҡа юғары булыуы асыҡланған.
Бына шулай, ғүмер дауамында йәнгә ятҡан кешеләр менән ҡатнашып, аралашып йәшәү, яңынан-яңы шөғөлдәр үҙләштереү, ҡул эштәренә өйрәнеү - яҡшы хәтерҙең, асыҡ зиһендең нигеҙе ул.
Фото: chiroeco.com