Сәләмәт булайыҡ
9 Ноябрь 2022, 12:05

Сирҙе алдан асыҡлау мөһим

Форумда ошо турала ла һүҙ барҙы

Сирҙе алдан асыҡлау мөһимСирҙе алдан асыҡлау мөһим
Сирҙе алдан асыҡлау мөһим

“Ҡаршылыҡтарҙы емереп” тип исемләнгән реабилитация индустрияһының I Бөтә Рәсәй форумы  сиктәрендә нәҫелдән һәм тыумыштан килгән сирҙәрҙе диагностикалау өсөн киңәйтелгән неонаталь скринирг үткәреү буйынса конференция уҙҙы.

 Республиканың медицина-генетика үҙәгенең баш табибы Фәнил Билалов балаларға киңәйтелгән неонаталь скрининг үткәреү мөһимлеген билдәләне.

-Тикшереү ауырыуҙы билдәләре күренгәнсегә тиклем асыҡларға  һәм оҙаҡҡа һуҙмай дауалауҙы башларға ярҙам итә. Әгәр сир башында уҡ асыҡланмаһа, артабан ул үҫештә ауыр эҙемтәләргә, хатта үлемгә килтерә. Ауырыуҙы тикшереп, дауалау тәғәйенләү, сир үҫешен тотҡарлай һәм балаға тулы тормош менән йәшәргә ярҙам итә, -тине ул.

 Конференцияла республиканың клиник перинаталь үҙәге баш табибы урынбаҫары Рәмил Богдановтың, республика медицина-генетика үҙәгенең лаборатория мөдирҙәре  Екатерина Тимофееваның, Регина Солтанованың сығыштарында ла көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.  

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас