Сәләмәт булайыҡ
9 Ноябрь 2022, 08:00

Төшкө ял мәлендә эшләгеҙ

Стрестан, арыуҙан ҡотолоу өсөн минут ярым ваҡыт

Төшкө ял мәлендә эшләгеҙТөшкө ял мәлендә эшләгеҙ
Төшкө ял мәлендә эшләгеҙ

Күп сирҙәрҙең нервы ҡаҡшауынан башланып китеүе билдәле. Көйөүҙе, тулҡынланыуҙы, ҡурҡыуҙы баҫыр, ярһыуҙы ауыҙлыҡлар, арыуҙы бөтөрөр өсөн бер-ике минут ваҡытын бүлеп, һәр кем үҙенә ярҙам итә ала. Бының өсөн тын алыу техникаһын дөрөҫ итеп башҡарырға ғына кәрәк. Шулай иткәндә, вегетатив нервы системаһы тыныслана, йөрәк тибеше нормалләшә, кеше ҡәҙимге халәтенә ҡайта.

Күнегеүҙе эшләү өсөн уңайлы итеп ултырғысҡа ултырырға.

Телдең осон өҫкө аңҡауға терәп, аҙаҡҡаса шунда тоторға.

4-кә тиклем һанап танау аша яй ғына тын алырға һәм һулышты 7-гәсә (һанап) тотҡарларға.

Иренде 8 һаны кеүек ҡуйып, тынды икегә бүлеп ауыҙ аша һыҙғырып сығарырға.

Һулыш күнекмәһен шулай дүрт-биш тапҡыр ҡабатларға.

Йога менән шөғөлләнеүселәр фекеренсә, тын алышы тынысланһа, аҡыл да уға ярашлы хәлгә килә. Шулай итеп, һулышты контролгә алып өйрәнгәндә, барыһы ла, шул иҫәптән һаулыҡ та, яҡшы буласаҡ.
Фото:yoga-in-greece.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас