Сәләмәт булайыҡ
10 Ноябрь 2022, 11:00

Серҙәреңде ағын һыуға һөйлә...

Үпкә, рәнйеш, кенә ҡыуыу кешегә кире яҡтан тәьҫир итә, изге маҡсатҡа, яҡшы тормошҡа ынтылышын быуа. Бындай яман тойғолар оҙаҡ онотолмай торһа, ауыр йөк булып йөрәкте иҙә, мөнәсәбәттәрҙе ҡырҡыулаштыра, сиргә һабыштыра.

Серҙәреңде ағын һыуға һөйлә...Серҙәреңде ағын һыуға һөйлә...
Серҙәреңде ағын һыуға һөйлә...

Үпкә, рәнйеш, кенә ҡыуыу кешегә кире яҡтан тәьҫир итә, изге маҡсатҡа, яҡшы тормошҡа ынтылышын быуа. Бындай яман тойғолар оҙаҡ онотолмай торһа, ауыр йөк булып йөрәкте иҙә, мөнәсәбәттәрҙе ҡырҡыулаштыра, сиргә һабыштыра. Шуның өсөн үпкә-рәнйеште тамыр йәйҙермәй, эҫе мәлендә үк күңелдән юйып ташларға кәңәш итә һәм ҡотолоу ысулдарын күрһәтә психологтар.

1. Рәнйеште илап бөтөрөү.
Был сара насар тойғо яңы үҫешкән сағында ныҡ ярҙам итә. Хисте эскә йоммай, теләгәнсә илап алырға була. Хәл еңеләйеп ҡала, кире тойғо үҙ мөһимлеген юғалтып эсте ҡырыуҙан туҡтай.

2. Мендәр туҡмау. Уның өсөн өйҙә айырым мендәр булдырырға кәрәк. Уны йоҡлағанда файҙаланырға ярамай. Үпкә тураһында белдерә-белдерә бар көс менән һуғырға кәрәк. Иҫтә тотоғоҙ: эстә рәнйеш тойғоһо һаҡлана икән, кешене ғәфү итеү мөмкин түгел!

3. Аһ-зарҙы йылғаға һөйләү. Бар ҡайғыны, уны нисек ауыр кисереүҙе ағымға ҡарап бәйән итеү һәм ағыҙып ебәреү - тик был ғәмәлде ышанып башҡарыу зарур. Яҡын-тирәлә һыу ятҡылығы булмаһа, крандан аҡҡанына һөйләгеҙ.

4. Әгәр инде үпкә яман асыуға әйләнгән икән, кеше йөрөмәгән аулаҡ урынға барып бар көс менән ҡысҡырығыҙ. Үҙегеҙҙе "бәйҙән" ысҡындырып, телгә ниндәй һүҙ килә - шуны һөрәнләгеҙ. Ошо тауыш менән бергә эстәге бар кире энергия сығып китерлек булһын.

5. Үпкәне аңлы рәүештә ҡабул итеү. Кире тойғоноң тәндең ҡайһы өлөшөндә тупланғанын табып (йөрәк, түш, баш, эс һ.б.), бар иғтибарҙы уға йүнәлтергә лә:"Мин һине күрәм", тип, ҡул хәрәкәте һәм уй ярҙамында алып сығырға һәм "Мине нимәгә өйрәтергә килдең инде?" тип һорарға. Бындай ғәҙәти булмаған алым үпкәнән ҡотолорға, улай ғына ла түгел, тормоштоң мәғәнәһен аңларға ярҙам итә, ти белгестәр.

Шулай итеп, бар шатлыҡтан яҙҙырғыс үпкә-асыуҙы үҙегеҙҙә тотмай сығара, уның тураһында онота алыу, ғәфү итә белеү - бер-береңә хөрмәт менән ҡарау, бәхетле булыуҙың нигеҙе ул.
Фото:vsegda-pomnim.com

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас