

Өфөләге Республика балалар клиник дауаханаһының травматолог-ортопедтар бригадаһы “гәлсәр” сабыйға үҙенсәлекле әмәлиәт үткәрҙе. “Гәлсәр” балалар тип, генетик яҡтан тайпылыштар кисергән, һөйәктәре мурт, тиҙ һыныусан сабыйҙарҙы атайҙар. Уларҙың күбеһе атлай ҙа алмай.Коллаген етешмәү һөҙөмтәһендә һөйәк туҡымаһы дөрөҫ формалашмай һәм аҙ ғына һаҡһыҙлыҡ күрһәтеү арҡаһында һөйәктәрҙең һыныуы ихтимал.
Ошо көндәрҙә хирургтар ауырыу балаға ҡатмарлы операцияны уңышлы үткәрҙе. Әмәлиәт иҫ киткес ҡатмарлы, нескә, ювелир оҫталығын талап итә. Оператив әмәл барышында һөйәк күсәре төҙәйтелә, һөйәк эсенә хәрәкәтсән металл үҙәк ҡуйыла. Бала үҫһә лә, уны алыштырыу кәрәкмәй.Табиптарҙың әйтеүенсә, операцияның төп маҡсаты – баланың үҙ аллы хәрәкәтләнеүе өсөн шарттар тыуҙырыу, һөйәк һынған осраҡта етди үҙгәрештәрҙе иҫкәртеү. Медицина учреждениеһы хирургтары яһаған ҡатмарлы әмәлиәт заманса юғары технологиялар индереү һәм ауыр патологияларға дусар балаларҙы дауалау буйынса сираттағы яңы аҙым булып тора.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.