

Себерҙең билдәле халыҡ табибы Лидия Суринаның кәңәштәренә күҙ һалайыҡ әле.
“Сит ризыҡты ашап, беҙ экологик бөтөнлөктө юҡҡа сығарабыҙ. Был – Тәбиғәттең төп законы. Мәҫәлән, Себерҙә йәшәүселәр даими рәүештә ананас ашаһа, үҙҙәрендәге климатҡа яраҡлаша алмай, сөнки ананас – сит кимат тураһында мәғлүмәт сығанағы. Йәки боланутты (иван-чай) алып ҡарайыҡ. Төмән тирәһендә йыйылған был үләндә С витамины лимондағына ҡарағанда алты тапҡыр күберәк, ә Салехардта әлеге күрһәткес 20 тапҡырға артыҡ. Ни өсөн шулай? Сөнки был төбәктә йәшәгән кешеләрҙең әлеге витаминға ихтыяжы ла шул тиклем күберәк. Шуға күрә һәр кемгә үҙ төбәгендә үҫкән үлән, йәшелсә, емеш-еләк иң файҙалыһы. Тыуған ереңдең ризығы менән туҡланыу экологик бөтөнлөктө тәшкил итә”, - тип билдәләй Лидия Сурина.
Шуныһы ҡыҙыҡ, беҙҙең ата-бабалар ошо турала бик яҡшы белгән. 1580 йылда Иван Грозный былай тигән: “Илде яулағың килһә, сит ризыҡ аып ин; көс-дәр китәсәк, кешеләр ауырый башлаясаҡ, ә улар менән идара итеү еңелерәк”.
Фото: na-dache.pro