Сәләмәт булайыҡ
11 Ноябрь 2022, 10:41

Ә урамда – ноябрь...

znpress.ruznpress.ru
Фото:znpress.ru

Йылы көндәр күптән артта ҡалды. Организм өсөн был үҙенә күрә стресс. Өҫтәүенә, үҙегеҙ ҙә һиҙгәнһегеҙҙер, арығанлыҡ тойола, кәйеф тә тиҙ үҙгәреүсән. Ошо осорҙо уңышлы “йырып сығыу” өсөн белгестәр түбәндәгеләрҙе кәңәш итә.

 

  1. Туйғансы йоҡлағыҙ, юғиһә көндәр ныҡ һыуытыу менән эш­ләү ҡеүәгеҙ ҡырҡа кәмер. Был орга­низмда бета-амилоид аҡһы­мының эшләнеүенең үҙгәреүенә бәйле. Һөҙөмтәлә ниндәйҙер мәғлүмәтте иҫтә ҡалдырыу ауырлаша, иммунитеттың ҡаҡшауы иһә һағалап торған киҙеүҙе эләктерергә булышлыҡ итә, шуға күрә компьютерҙа оҙаҡ улты­рырға, диета тоторға кәңәш ителмәй.
  2. Үҙегеҙ ашаған аҙыҡ-түлеккә иғтибарҙы күберәк бүлегеҙ. Һал­ҡын осорҙа шоколад ашап алыу ҡамасауламаҫ, ул организмда стресты еңергә булыш­лыҡ итер.
  3. Мейегеҙ ял итһен. Һыуыҡ осорҙа, барыһы тураһында ла бер аҙ онотоп тороп, кәйефегеҙҙе күтәреү өсөн үҙегеҙгә оҡшаған фильмды ҡарағыҙ.
  4. Спорт менән шөғөлләнеүҙе туҡтатмағыҙ. Саф һауала йөрөү иммунитетығыҙҙы нығытыр, йөрәк-ҡан тамырҙары система­һына ла ыңғай тәьҫир итер.
  5. Ҡулығыҙҙы йыш йыуырға онотмағыҙ. Тикшеренеүҙәр күрһә­теүенсә, быны ғәҙәткә индергән­дәрҙең йоғошло сирҙәрҙе аҙыраҡ эләктереүе күҙәтелә.
  6. Өйөгөҙҙө йәки фатирығыҙҙы ныҡлап таҙартыу саң-туҙандағы аллергендарҙан ҡотолорға бу­лыш­лыҡ итер. Был иһә һаулы­ғығыҙға ыңғай йоғонто яһар. Өҫтәүенә, торлаҡтағы тәртипһеҙ­лектең кәйефте төшөрөүе хаҡында онотмайыҡ.

Тәбиғәттә насар һауа торошо юҡ тиһәләр ҙә, уның көйһөҙ­лөк­тәренә әҙер булайыҡ, сәлә­мәт­легебеҙгә һаҡсыл ҡарайыҡ.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас