

Өфөнән Валерий Коробейников өс меңгә яҡын уйынсыҡ автобустан үҙенсәлекле коллекция йыйған. Яратҡан шөғөлөнә - 26 йыл. Уның 2823 моделе бар.
Һөнәре буйынса Валерий Коробейников - терапевт. Әсәһе - педиатр, ә атаһы автобус водителе булып эшләгән. Малай бәләкәйҙән үк техника менән ҡыҙыҡһынған.
Валерийҙың дүрт йәшенә әсәһе пластиктан эшләнгән ябай ғына уйынсыҡ автобус бүләк иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул тиҙ ватылған. Улының ныҡ ҡайғырғанын күреп, әсәһе уға яңы уйынсыҡ алып биргән, Валерий уны һаман да һаҡлай. "Бына шул ваҡыттан коллекция йыйыу менән ныҡлап мауыға башланым. Тәүҙә миңә автобус, трамвай, троллейбус моделдәрен атай-әсәйем бүләк итә торғайны, үҫеп еткәс, үҙем һатып ала башланым", - ти ул.
Валерийҙың коллекцияһындағы иң ҡиммәтле модель - Мәскәүҙә һатып алынған электробус. Башта моделдең хаҡы 50 мең һум торған, ләкин дуҫ ҡыҙы уны 20 меңгә табып, Өфөгә алып ҡайтҡан.
Шулай ҙа Валерийға 90-сы йылдарҙа ла Өфө урамдары буйлап йөрөгән ҡыҙыл, һары "Икарус"тар нығыраҡ оҡшай.
Коллекцияны урынлаштырыу өсөн айырым шкаф һатып алырға тура килгән, ләкин ул да барыһын да һыйҙыра алмаған.
"Мин бында йән тыныслығы алам. Эштә етәкселәр шелтә бирергә мөмкин, төрлө пациенттар килә. Нервың ҡуҙғып ҡайтып, коллекциялағы автобустың береһен ҡулыңа алып ҡарай, тәгәрмәстәрен әйләндерә башлаһаң, ярһыуыңдың эҙе лә ҡалмай", - ти коллекционер.
Текст сығанағы һәм фото: ufa.kp.ru