Сәләмәт булайыҡ
14 Ноябрь 2022, 10:25

Бындай операциялар 44 кешенең ғүмерен ҡотҡарған

Һуңғы 10 йылда юғары технологик медицина ярҙамы күрһәткән медицина ойошмаларының һаны ете тапҡырҙан ашыуға артып, 38-гә еткән.

Бындай операциялар 44 кешенең ғүмерен ҡотҡарғанБындай операциялар 44 кешенең ғүмерен ҡотҡарған
Бындай операциялар 44 кешенең ғүмерен ҡотҡарған

Йыл башынан Башҡортостан хирургтары органдарҙы – йөрәкте, бауырҙы һәм бөйөрҙө күсереп ултыртыу һөҙөмтәһендә 44 пациенттың ғүмерен ҡотҡарған, тип хәбәр итте Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Республикала юғары технологик медицина ярҙамының торошон баһалап, ул хәҙер халыҡ өсөн уңайлыраҡ була башланы тине министр. Бындай операцияларҙы көтөү ваҡыты ла кәмегән. Һуңғы 10 йылда юғары технологик медицина ярҙамы күрһәткән медицина ойошмаларының һаны ете тапҡырҙан ашыуға артып, 38-гә еткән.

“Йыл һайын финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә юғары технологик медицина ярҙамы алған пациенттар һанының артыуы билдәләнә. Шулай итеп, былтыр уны 30 меңдән ашыу пациент алған. Был 2020 йылға ҡарағанда 12 процентҡа күберәк. Быйыл юғары технологиялы медицина ярҙамын күрһәтеүгә дөйөм финанслау күләме 5 миллиард һумға тиерлек етте. Был 2021 йылға ҡарағанда 9 процентҡа күберәк”, – тине Айрат Рәхмәтуллин.

2022 йылдың туғыҙ айында бөтәһе 28 меңдән ашыу пациентҡа юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелгән. Бындай ярҙам күрһәтеү структураһының күпселек өлөшө, йәғни 43 проценты йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһына тура килә. Шартлы икенсе урында травматология һәм ортопедия килә – 21 процент. Яҡынса бер тигеҙ күрһәткестәр – алты һәм биш процент тиерлек онкологияға һәм офтальмологияға тура килә. Уларҙан һуң нейрохирургия, педиатрия һәм абдоминаль хирургия килә.

“Төбәктә юғары технологик медицина ярҙамын үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында һөйләгәндә, офтальмология йүнәлеше буйынса ойошмалар һанын арттырырға уйлайбыҙ. Әлеге ваҡытта ҡайһы бер медицина ойошмалары лицензиялау процесын үтә, ҡайһы берәүҙәренең лицензияһы бар. Быйыл туғыҙ айҙа бөтәһе 1500 кеше офтальмология профиле буйынса юғары технологиялы медицина ярҙамын алды”, – тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры.

Фото: "Молодежная газета". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас