

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең аҙналыҡ кәңәшмәһен Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үткәрә. Уның белдереүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сирләгән һәм дауаланырға ҡарар иткән.
– Радий Хәбиров эш сәфәрҙәре ваҡытында һыуыҡ тейҙерҙе, әммә аяҡ өҫтө үткәрергә тырышыты, эштә булыуын дауам итте. Һөҙөмтәлә уның үпкәһе шешеү асыҡлады. Беҙ уны бер нисә көн дауаланырға күндерҙек. Юғиһә эҙемтәләре булыуы ихтимал, шуға бөгөн оперативканы унһыҙ үткәрәбеҙ, – тине Андрей Назаров.
Әйткәндәй, кәңәшмә бөгөн видеобәйләнеш тәртибендә үтә.
Фото: utv.ru