

“Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы табибы Рушан Хәкимов Красноярскиға самолетта осҡанда кеше ғүмерен ҡотҡарған. Был хаҡта спорт клубы хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙәге битендә хәбәр иткән.
“Беҙҙең докторыбыҙ Рушан Марат улы Хәкимов “Аэрофлот”авиакомпанияһы экипажы менән берлектә хәле кинәт насарланған пассажирға тәүге ярҙамды күрһәтте. Ваҡытында тейешле ярҙам алғандан һуң ирҙең хәле яҡшырҙы. Ул имен-аман Красноярскиға барып етте”, – тип хәбәр иттеләр “Ағиҙел” хоккей клубының матбуғат хеҙмәтенән.
Табип ҡайҙа булмаһын, һауаламы, ерҙәме, Өфөләме әллә Красноярскиҙамы, һәр саҡ Гиппократ антына, һайлап алған изге хеҙмәтенә тоғро ҡала. Рушан Марат улы ла шундай оло йөрәклеләрҙең береһе.
Фото: “Ағиҙел” хоккей командаһы матбуғат хеҙмәте.