Сәләмәт булайыҡ
15 Ноябрь 2022, 14:26

“Киҙеүҙе дауаламаһаң да үтә...”

Прививка яһатырға онотма.

Ҡайһы берәүҙәр тап шулай уйлай. Киҙеү – өҫкө һәм түбәнге тын юлдарын зарарлай торған киҫкен йоғошло сир. Уны вирус ҡуҙғыта. Сирҙең бик ауыр үтеүе, энцефалитҡа юлыҡтырыуы ихтимал. Нейротоксикоздың мейе ҡабығында башланған ялҡынһыныу менән ҡушылыуы бар.

 

Беренсе уйҙырма. Киҙеүҙең тәүге билдәһе – юғары температура.

Сир киҫкенләшкән осорҙа өс-ете тәүлектән һуң хәрәкәтләнеү, һиҙеү-тойоу функцияларының боҙолоуы, аңдың томаланыуы ихтимал. Йыш ҡына кәйеф үҙгәрә, астения үҫешә, токсиндар нервы күҙәнәктәренә тәьҫир итә, сир барышын ауырайта.

Психик тайпылыштар, ҡағиҙә булараҡ, биш-ете көндән һуң үҫешә башлай. Йоҡоһоҙлоҡ йонсота, баш ауырта, әйләнә, кәйеф төшә, тиҙ арыта, кеше ҡуҙғыусанға әүерелә.

Айырыуса киҙеү өлкәндәргә ныҡ тәьҫир итә. Уларҙың хәтере ҡаҡшай, иғтибары кәмей. Киҙеүҙән һаҡла­нырға кәрәк һәм был бик мөһим, ти табиптар. Сирҙе иҫкәртеүҙең бер генә юлы бар: прививка яһатыу. Әле республикала вакцинациялау кампа­нияһы дауам итә.

Ни өсөндөр беҙ был хәүефле сирҙе һанға һуҡмайбыҙ, уны аяғөҫтө үткәрергә лә мөмкин, тип уйлайбыҙ. ”Роспотребнадзор” белгестәре был уйҙырманы кире ҡаға.

Ысынында иһә киҙеү өсөн тән тем­ператураһының 38,5-39 градус булыуы хас. Сирҙең тәүге сәғәт­тәрендә юғарыраҡ булыуы мөмкин. Ҡайһы берәүҙәрҙә температура 37,1-37,9 градус ҡына тәшкил итеүе ихтимал. Нормалағы йәки аҙ ғына күтәрелгән температура – вирус өсөн бик уңайлы мөхит, шуға күрә сирҙең тәүге билдә­ләре күренеү менән дарыу эсергә тотонмағыҙ, тип кәңәш итә табиптар. Үҙеңде ҡәнәғәт­ләнерлек тойған хәлдә температура 38 градустан юғарыраҡ күтәрелгәндә генә дарыу эсергә мөмкин.

 

Икенсе уйҙырма. Киҙеүҙе иҫкәр­теү өсөн витаминдар эсергә, һуған, һарымһаҡ, лимон, тоҙло кәбеҫтә ашарға кәрәк.

Ғәмәлдә иһә витаминдар ҡулла­ныу организмды нығытыуға булыш­лыҡ итә, тик вирусҡа тәьҫир итмәй. Иң яҡшыһы – комплекслы иҫкәртеү сараларын ҡулланыу, вакцина яһа­тыу, сынығыу, сәләмәт тормош алып барыу, дөрөҫ туҡланыу. Иң тәьҫирле сара – вакцина яһатыу. Ул – киҙеү һәм киҫкен вируслы сирҙәрҙе иҫкәр­теүҙә, уларҙың зарарын яртылаш кәметеүҙә ышаныслы ысул. Прививкалар эпидемия миҙгеле башланғанға ҡәҙәр, август – декабрь айҙарында яһала. Вакциналар составы йыл һайын Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдимдәренә ярашлы яңыртыла. Сир баш ҡалҡыт­ҡанда халыҡ күпләп йыйылған ерҙәр­ҙә бул­маҫҡа, сирләгән кешеләрҙән арыраҡ торорға, битлек кейергә, ҡул­дарҙы ентекләп йыуырға кәңәш ителә.

 

Өсөнсө уйҙырма. Киҙеүҙе дауа­ламаһаң да үтә...

Киҙеү – бик хәүефле сир, ҡайһы саҡта ауырыуҙарҙы һәләк итә. Был бигерәк тә өлкәндәргә һәм балаларға ҡағыла. Төрлө өҙлөгөүҙәргә дусар итеүе бар, айырыуса йөрәк-ҡан та­мырҙары системаһына ҙур зыян кил­терә, хроник сирҙәрҙе көсәйтә. Ваҡы­тында тәғәйенләнгән дауа сир ваҡы­тын ҡыҫҡартыуҙан тыш, өҙлөгөүҙәрҙе булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк.

 

Дүртенсе уйҙырма. Антибиотиктар ярҙам итәсәк.

Киҙеү ваҡытында антибиотик ҡул­ланырға ярамай! Улар бары бакте­рия­ларға ғына тәьҫир итә. Вирустар менән бактериялар араһында бер ниндәй бәйләнеш юҡ. Шулай булғас, антибиотиктар был осраҡта бөтөнләй файҙаһыҙ. Ҡайһы саҡта инфекцияға ҡаршы иммунитеттың көсһөҙләнеүе арҡаһында икенсел бактериаль ин­фекцияның ҡушылыуы мөмкин. Шул саҡта ғына табип антибиотиктар курсын тәғәйенләй. Үҙ белдегең менән дауаланырға ярамай.

 

Бишенсе уйҙырма. Киҙеүҙән яһал­ған прививка үҙе сиргә һабыштыра.

Прививканан сирләү мөмкин түгел. Организмға көсһөҙләндерелгән вирус йәки уның өлөшсәләре индерелә. Был организмда антиесемдәр бар­лыҡ­ҡа килтерә. Ә улар күҙәнәктәрҙең зарарланыуына һәм вирустың үр­сеүенә юл ҡуймай. Шунлыҡтан сир ул башланғанға тиклем иҫкәртелә. Хәҙерге заман вакциналарын еңел үткәрәләр. Ҡайһы берәүҙәрҙең темпе­ратураһы аҙ ғына күтәрелеүе бар. Әлбиттә, прививка кешене сирҙе йоҡтороуҙан тулыһынса һаҡлай алмай, әммә уның ауыр үтеүенә, үлем осраҡтарына юл ҡуймай.

 

Алтынсы уйҙырма. Эпидемия баш­ланғас, прививка яһатырға һуң.

Ғәмәлдә киҙеүҙән прививканы эпидемия башланғас та яһатырға мөм­кин. Әгәр кеше вирус менән зарарланып та, билдәләре күренмәгән хәлдә прививка яһатҡанда, ул сирлә­йәсәк, әлбиттә. Әммә миҙгел дауамында киҙеүҙең башҡа варианттары менән сирләү ихтималлығы кәмейә­сәк. Башҡортостанда вакцинациялау кампанияһы дәррәү барғанын да иҫкә төшөрәйек, был миҙгелдә республи­каның 2,4 миллион кешеһенә прививка ҡаҙатыу планлаштырыла.


Д. ҒӘБДРӘХИМОВА

Читайте нас