

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелиндың сәхифәһенән:
”Бөгөн, Башҡортостан дәүләт медицина университетына нигеҙ һалыныуға 90 йыл тулыуға һәм республикала йөрәк трансплантацияһының 10 йыллығына арнап, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау буйынса III Евразия (Рәсәй-Ҡытай) конгресы асылды.
Сарала Рәсәйҙән, Ҡытай Халыҡ Республикаһынан, Италиянан, Бразилиянан, Бангладештан, Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан, Белоруссиянан 1500-ҙән ашыу ҡатнашыусы һәм спикер бар.
Конгреста ғилми программаның мөһим йүнәлештәрен, атап әйткәндә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын диагностикалау, дауалау буйынса алымдарҙы, йөрәкте күсереп ултыртыу проблемаларын хәл итеүгә хирургик ҡараштарҙы, башҡа күп мәсьәләләрҙе тикшерәбеҙ.
Был мөһим, сөнки яңы ваҡыт яңынан-яңы саҡырыуҙар ташлай. Шуға күрә табиптар һәр саҡ яңы алымдар эҙләй, инновациялы ысулдар ҡуллана. Кардиологтарҙың киләсәктә нисек диагностикалауҙарын, дауалауын бында һәм бөгөн хәл итәбеҙ”.
Фото: М. Забелиндың сәхифәһе.