

Сибай ҡала үҙәк дауаханаһының Балалар соматика бүлегенең процедуралар кабинеты эргәһендә тылсымлы һандыҡ «урынлаштырылған», укол яһатҡандан һуң ҡыйыулыҡ өсөн бала үҙенә теләгән бүләкте һайлай ала. Тормош мәшәҡәттәре ҡумталарын тултырырға ғаилә хеҙмәте белгестәре, ҡала телевидение һәм «Балалар донъяһы» магазины хеҙмәткәрҙәре ярҙам иткән.
“Ҡыйыулыҡ һандығы”акцияһын ойоштороусылар – “Ғаилә” үҙәге белдереүенсә, был кескәй генә шатлыҡтар ҙа балаларға медицина процедураларынан насар тәьҫораттарҙы еңеп сығырға ярҙам итәсәк. Уйынсыҡтар һалынған ҡумта тиҙ бушай, шуға күрә акцияны ойоштороусылар ҡала халҡына балалар өсөн бүләктәрҙе Островский урамы, 30 адресы буйынса тапшырып, уны даими тулыландырыуҙа ярҙам итеүҙәрен һорай.
“Ҡыйыулыҡ һандығы” артабан да кескәй балаларҙы ҡыйыу булырға, уколдан ҡурҡмаҫҡа, сирҙе еңеп сығырға ышаныс бирәсәк.
Фото: Римма Мәхмүтова.