Сәләмәт булайыҡ
17 Ноябрь 2022, 04:30

39 йөрәк күсереп ултыртылған ...

“Һеҙгә ярты йыл йәшәргә ҡалған”, тигән һүҙҙәрҙе башҡаларға ишетергә яҙмаһын", – ти ул...

39 йөрәк күсереп ултыртылған ...39 йөрәк күсереп ултыртылған ...
39 йөрәк күсереп ултыртылған ...

Баш ҡалала йөрәк – ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса өсөнсө Евразия конгресы үтте. Башҡортостан Рәсәйҙә йөрәк трансплантологияһы йүнәлешендә эшләгән алдынғы биш төбәк исемлегендә. Республиканың һәм илдең танылған, һәләтле табиптары был тармаҡты артабан үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ҙур сараға йыйылды. Өсөнсө Евразия конгресы ике мөһим датаға арналды – Башҡорт дәүләт медицина университетының 90 йыллығы һәм республикала йөрәк трансплантацияһы юл башлауына ун йыл тулыу уңайы менән уңыштарҙы байҡау, хәл итәһе көнүҙәк мәсьәләләргә иғтибарҙы йүнәлтеү.

Әлбиттә, республикала өр-яңы эште икеләнеүҙәр аша ҡыйыулыҡ һәм тәүәкәллек менән башлаған, трансплантологияла тәүге аҙымдарын яһаған белгестәр конгрестың үҙәгендә торҙо, хеҙмәттәре Почет грамоталары менән билдәләнде. 2013 йылда һаулыҡ һаҡлауҙың  кардиология өлкәһендә үткәрелгән тәүге операция ысын мәғәнәһендә  көтөлмәгән өр-яңы әһәмиәтле осор булды. Республика кардиология үҙәге кардиохирургы Андрей Коляскин был турала түбәндәгеләрҙе белдерҙе: ”Беҙ был операцияға оҙаҡ, ентекле әҙерләндек, ҙур теләк менән еңеүгә ынтылдыҡ. Шул ысул менән йәшәү ҡеүәте ҡалмаған кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарабыҙ. Тәүге ике әмәлиәт Мәскәүҙәге хеҙмәттәштәребеҙ ҡатнашлығында үткәрелде. Ҡалған 37-һе үҙебеҙҙең табиптар бригадаһы ярҙамында башҡарылды”.

Илдә бөтә үлем осраҡтарының ҙур өлөшө тап йөрәк ҡан-тамырҙары ауырыуҙарына тура килә. Граждандарҙың уртаса ғүмер оҙайлығын арттырыу, сәләмәтлеген, йәшәү сифатын яҡшыртыуҙы күҙ уңында тотҡан  оло йыйын мөһим тармаҡты камиллаштырыуҙа тағы ла бер этәргес булыр тип көтөлә.

–Хәҙерге ваҡытта йөрәкте күсереп ултыртыу йөрәк етешмәүсәнлегенең һуңғы стадияһына килеп еткән ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуҙың “алтын стандарты” булып тора. Дарыуҙар менән дауалау һөҙөмтә бирмәгәндә, ә хирургия ярҙамының башҡа ысулдары тәьҫирһеҙ булғанда, тап ошо әмәлиәт кешенең ғүмерен ҡотҡара ала. Һөҙөмтә төрлө факторҙарға бәйле. Әммә барыһынан да элек, бригада ағзаларының берҙәм, аңлашып эшләүенән күп нәмә тора, – тине Республика кардиология үҙәгенең анестезиолог-реаниматологы Наталия Дударева.

Йөрәкте күсереп ултыртыу операцияһы бынан ун йыл элек 52 йәшлек иргә яһалған. Әмәлиәт биш сәғәткә һуҙылған һәм өҙлөгөүҙәрһеҙ үткән. Донор йөрәгенең пациенттыҡына ҡарағанда ун йәшкә йәшерәк булыуы билдәле. Тағы бер миҫал. Ирек Ҡәриповҡа табиптар 2015 йылда хәүефле диагноз ҡуя. “Һеҙгә ярты йыл йәшәргә ҡалған”, тигән һүҙҙәрҙе башҡаларға ишетергә яҙмаһын, – ти ул. – Хәҙер минең өсөн бөтөнләй икенсе, бик ҡәҙерле тормош башланды”. Яҡты донъя менән хушлашырға йыйынған пациентҡа бер нисә айҙан кардиология үҙәгенән “һеҙгә трансплантология эшләргә  бар яҡтан да тап килгән йөрәк бар”, тип шылтыраталар, йәшәүгә өмөт уяталар. Пациент хәҙер инсульт кисергәндән һуң ғүмере өҙөлгән йәш ирҙең йөрәген йөрөтә.

Табиптарҙың әйтеүенсә, йөрәкте күсереп ултыртыуға мохтаж ауырыуҙар күп. Республикала ошо мөһим йүнәлеште үҫтереү буйынса шарттар тыуҙырылған, тәжрибәле кадрҙар бар, үҙәктең матди-техник базаһы ныҡ, донорлыҡ мәғлүмәттәре регистры төҙөлгән. Рәсәй белгестәре күҙлегенән ҡарағанда, Башҡортостан инновациялар индерелгән, әүҙем, ижади кешеләр эшләгән, яңы проекттар тормошҡа ашырылған даими үҫешеүсе төбәк. Белгестәр коронавирус инфекцияһының йөрәк-ҡан тамырҙарына емерткес тәьҫире тураһында ла фекер алышты. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе Сергей Бойцов әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһы бик ауыр сир, ул йөрәк сирҙәрен киҫкенләштерҙе, миокард инфаркты, инсульт һәм тромбоз кеүек хәүефле ауырыуҙарға килтерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, инвалидлыҡ һәм үлем осраҡтарына сәбәпсе булды. Конгресс илдә йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәре менән хәлде анализлап, сит ил белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты, дауалауҙың заманса ысулдары, диспансерлаштырыу һәм алдынғы технологиялар буйынса фекер алышты. Бурыс бер: “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала был хәүефле сирҙәрҙе иҫкәртеү, үлем осраҡтарын кәметеү, яңы дауалау ысулдарын ҡыйыу үҙләштереү. Кардиология үҙәгенең яңы корпусы төҙөлөүе, заманса ҡорамалдар алыныуы һәм төплө кадрҙар менән даими тулыланыуы ауырыуҙарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, йәшәүгә өмөт тыуҙыра.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас