Сәләмәт булайыҡ
17 Ноябрь 2022, 13:00

Һәр сәғәттең - үҙ мәғәнәһе

Көн тәртибен уңайлы төҙөй, ваҡытты ялға, эшкә, үҙебеҙгә дөрөҫ бүлә беләбеҙме? Бының өсөн биоритм тураһында нимәләр белергә кәрәк?

Һәр сәғәттең - үҙ мәғәнәһеҺәр сәғәттең - үҙ мәғәнәһе
Һәр сәғәттең - үҙ мәғәнәһе

Тәүлектең һәр сәғәте организмға үҙенсә тәьҫир итә: уята, әүҙемләштерә, аҡыл һәм физик ҡеүәттең эшмәкәрлеген, иғтибарҙы арттыра йә кәметә, ярһыта, аппетитты аса, тынысландыра һ.б. - шуға көн режимын биоритмға ярашлы ойоштороу отошло. Ритмды күҙәтмәүселәр йышыраҡ хроник арыуға, йөрәк, ҡан тамырҙары, нервы менән бәйле сирҙәргә дусар булыусан. Әйҙәгеҙ, ҡарап үтәйек.

Таңғы 5.00 сәғәттә, йоҡо ныҡ тәмле һәм ҡаты булыуға ҡарамаҫтан, организмдың әүҙемлеге уянған, һәр ағзаның эшмәкәрлеге яйлап башланған мәл.

6.00 сәғәттә адреналиндың күпләп бүленеүе күҙәтелә. Был ваҡытта иртәсел "һандуғастар" ғына түгел, ниндәйҙер проблема, хәүефле уйҙар менән йонсоған кешеләр ҙә уяна. Тән температураһы яйлап күтәрелә, мелатонин күләме төшә, әүҙемлек өсөн яуап биргән гормондар бүленеүе көсәйә.

7.00 - ашҡаҙан эшмәкәрлегенең иң көслө мәле, шуға ошо ваҡытта ашаған аҙыҡ яҡшы һәм тиҙ үҙләштерелә. Ошо мәлдә тирегә яҡҡан крем-майҙарҙың һөҙөмтәһе лә яҡшыраҡ була.

9.00 -дә әүҙемлек бер аҙ түбәнәйә. Был ваҡытта иғтибар ныҡ талап ителмәгән эштәрҙе башҡарырға тырышығыҙ.

10.00 сәғәттә әүҙемлек тағы көсәйә - мөһим аҡыл һәм физик эште башҡарыу өсөн иң ҡулай һәм файҙалы ваҡыт.

12.00 - әүҙемлек төшә, арығанлыҡ баҫа. Ошо мәлдә ҡәһүә йә сәй эсеп, күңелде күтәреү яҡшы.

13.00 сәғәттән юҡҡа ғына төшкө ялға туҡтап, туҡлыҡлы төшкө аш ойоштормағандар. Был ваҡытта күпләп ашҡаҙан һуты бүленеп сыға башлай, организм бигерәк тә аҡһымға бай аҙыҡҡа мохтажлыҡ кисерә.

14.00 сәғәттәге хеҙмәт эшмәкәрлеге уңышлы буласаҡ, сөнки әүҙемлектең күтәрелгән мәле. Аҡыл талап иткән хеҙмәт тә, физик эш тә яҡшы һөҙөмтә килтерәсәк. Ашҡаҙандың эшмәкәрлеге лә, организмдың таҙарыныуы ла был ваҡытта яҡшы бара.

15.00 - бөтә ағзала ла тыныслыҡ хөкөм һөрә. Бәүел ҡыуыу әүҙемлеге 15 сәғәттән 17.00 -гә тиклем күҙәтелә. Ошо ваҡытта таҙа һыу йә һуттар эсеү ыңғай һөҙөмтәле.

16.00 сәғәттә физик әүҙемлектең күтәрелгән, ә аҡыл һәләтенең төшкән сағы. Эштәгеләргә еңелсә физик күнегеүҙәр эшләү, өйҙәгеләргә саф һауаға сығып йөрөү өсөн иң шәп ваҡыт.

17.00 сәғәттә бөйөрҙәрҙең әүҙем ваҡыты. Улар организмға ингән шыйыҡсаны эшкәртә, кәрәк матдәләрҙе кәрәкмәгәненән айырып ҡыуалап сығара.

18.00 сәғәттә ҡан баҫымы күтәрелә, тимәк, кешеләр тиҙ ҡабыныусан булып китә. Бәхәсләшеү, бер-береңә ҡаты һүҙҙәр әйтеү ҙә күпселек ошо ваҡытҡа тап килә.

19.00 физик әүҙемлек тағы бер аҙ күтәрелә. Шулай уҡ башты төрлө уйҙар, хәстәр- хәсрәттәр, көн буйы эшләгән эштәр биләп ала. Организмдың аяҡҡа баҫа торған ваҡыты, шуға нәҡ ошо ваҡытта физик күнекмәләр эшләү бик һөҙөмтәле буласаҡ.

20.00 сәғәттә мейе эшмәкәрлеге әүҙемләшә. Иртәгәлеккә эшегеҙ ҡалған булһа, ошо мәлде уңышлы файҙаланығыҙ.

21.00 организм ял итергә кәрәклекте иҫкәртә һәм йоҡоға талыуға әҙерлек башлай.

23.00 йоҡларға ятыуҙың иң уңышлы мәле. 24.00-гә тиклем йоҡлау организмды бар яҡлап та яҡшы ял иттерә, йоҡо бер нисә сәғәткә торошло була. Ә кем йоҡлай алмай был ваҡытты үткәреп ебәрә, уны аш бүлмәһе үҙенә тарта, сөнки 23.00-дән төнгө 2-гә тиклем аппетит асыла.

24.00 - был мәлдә күҙәнәктәрҙең яңырыуы шәбәйә. Көн буйы талсыҡҡан ағзалар ошо ваҡытта тергеҙелә, организм тәрән ял итә, көс туплай.
Фото:sunhome.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас