Сәләмәт булайыҡ
17 Ноября 2022, 11:15

Ваҡытынан алда тыуған сабыйҙар хәстәрләнә

Уларға тейешле тәрбиә күрһәтеү мөһим

Ваҡытынан алда тыуған сабыйҙар хәстәрләнәВаҡытынан алда тыуған сабыйҙар хәстәрләнә
Ваҡытынан алда тыуған сабыйҙар хәстәрләнә

17 ноябрь – халыҡ-ара етлекмәй тыуған балалар көнө. Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ Һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙенең яҙмаһы менән уртаҡлашты:

-Йөклөлөктөң 22 аҙнаһынан 37 аҙнаһына тиклемге осорҙа донъяға килгән балалар етлекмәй тыуған тип иҫәпләнә. Йыл һайын республикала 2500 ошондай бала тыуа. Йөклө ҡатындарҙы маршрутлау буйынса әҙерләнгән приказдар беҙгә етлекмәгән балаларҙы дауалау, диагностика мөмкинлектәре булған һәм юғары квалификациялы медицина кадрҙары менән тәьмин ителгән медицина ойошмаларында тыуыуын хәстәрләү мөмкинлеген бирә.Бындай балалар интенсив һәм юғары технологиялы ҡарау  талап итә.Ваҡытында тыуғандарҙы тәрбиәләү   менән сағыштырғанда  иҡтисади сығымдарҙы тиңләштереп булмай.

 Бөгөн республикала етлекмәй тыуған сабыйҙарға квалификациялы медицина ярҙамы Республика клиник перинаталь үҙәгендә, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында, 3-сө балалар табыу йортонда һәм башҡа медицина ойошмаларында алып барыла.
 Башҡортостанда иң бәләкәй ауырлыҡтағы яңы тыуған сабый  430 грамм тәшкил итә. Ул быйыл йыл башында  республикабыҙҙың  перинаталь үҙәгендә тыуған.

 фото: Башинформ.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас