Сәләмәт булайыҡ
18 Ноябрь 2022, 06:30

“Алтын скальпель” быйыл кем ҡулында?

 Табип-торакаль хирург яһаған үҙенсәлекле  операция быға тиклем Рәсәйҙә үткәрелмәгән...

“Алтын скальпель” быйыл  кем ҡулында?“Алтын скальпель” быйыл  кем ҡулында?
“Алтын скальпель” быйыл кем ҡулында?

Рәсәй Хирургы көнө айҡанлы үткәрелгән “Хирургияның көнүҙәк мәсьәләләре”  ғилми-ғәмәли конференцияла “Алтын скальпель” премияһы тапшырылды. Республиканың танылған хирургтарын йыйған сарала һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш  баш белгес-колопроктологы Юрий Шельгин, Татарстан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, А.В.Вишневский исемендәге хирургия милли медицина тикшеренеү үҙәге, Ҡазан төбәк-ара клиник-диагностика үҙәге вәкилдәре ҡатнашты.  

Бындай һөнәри саралар, тәжрибә һәм белем, етди һорауҙар буйынса фекер алышыуҙар хирургия хеҙмәте үҫешенә ҙур өлөш индерә. Елена Ғәлимуллина әйтеүенсә,  белгестәрҙең бергәләп ауыр мәсьәләләрҙе тикшереүе пациенттарҙы  һөҙөмтәле дауалауҙа, заманса медицина ысулдарын индереүҙә этәргес буласаҡ.   Быйыл “Алтын скальпель” премияһына Башҡорт дәүләт медицина  университеты  клиникаһының бүлексә мөдире,  табип-торакаль хирург  Артур Марс улы Авзалетдинов лайыҡ булды.  Ул яһаған үҙенсәлекле хирургия операцияһы быға тиклем Рәсәйҙә үткәрелмәгән булған. Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы тарафынан булдырылған “Алтын скальпель” премияһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә  табиптар эшмәкәрлегенә бирелгән иң ҙур баһа булып тора.  Ҙур сарала республикалағы хирургия хеҙмәтенең киләсәктәге  үҫеше һәм бөгөнгө торошо буйынса һөҙөмтәле һөйләшеү булды, ике тиҫтәгә яҡын доклад тыңланды.

Фото:  Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

“Алтын скальпель” быйыл  кем ҡулында?
“Алтын скальпель” быйыл кем ҡулында?
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас