Сәләмәт булайыҡ
18 Ноябрь 2022, 06:03

Сәс ниңә ҡойола?

Traveltimes.ruTraveltimes.ru
Фото:Traveltimes.ru

Бер ҙә сер түгел, матур ҡуйы сәсле ҡатын-ҡыҙ тиҫтерҙәренә ҡарағанда күпкә йәшерәк күренә. Йоҡа, өҫтәүенә йыш ҡойолоп йонсотоусан сәсле гүзәл заттарға ни эшләргә?

Косметологтарҙың фекеренсә, көн һайын тараҡта йәки мендәрҙә ҡалған 20 – 100 сәс бөртөгө – тәбиғи хәл. Кешенең сәсе даими яңыра, алты-һигеҙ йылдан һуң алышынып тора. Әгәр услап ҡойолғанын һиҙһәгеҙ, борсолорға урын бар, ти табиптар. Тик артыҡ көйөнөргә лә сәбәп юҡ, сөнки ҡатын-ҡыҙға, ир-аттан айырмалы, пеләш ҡалыу хәүефе әллә ни янамай. Ә сәс ҡойолоуҙың мең төрлө сәбәбе бар, мәҫәлән, шампунде һәм сәс буяуҙарын дөрөҫ һайламау, насар туҡланыу.

Матур ҡуйы сәс – гүзәл зат сәләмәтлегенең мөһим күрһәткесе. Көслө стресс кисергәндә, гормондар үҙгәреше осоронда, туҡланыу дөрөҫ ойошторолмағанда сәс организмдағы кире үҙгәрештәргә бик ныҡ һиҙгерлек күрһәтә. Даими рәүештә лак, гель, мусс, эҫе фен ҡулланыу ҙа сәстең ҡойолоуына килтереүе ихтимал. Химик бөҙрәләтеү, сифатһыҙ буяуҙар, сәстәрҙе тарттырып бәйләп ҡуйыу ҙа зарарлы.

Ҡайһы ваҡыт медицина препараттары ла сәстең ҡойолоуына килтерә. Шулай ҙа төп сәбәп – ҡатын-ҡыҙҙың дөрөҫ туҡланмауында, тип иҫәпләй косметологтар. Айырыуса яҙғы миҙгелдә сәс төҫһөҙләнә, “тыңлауһыҙға” әйләнә, ҡойола, сөнки организм көсһөҙләнә, витаминдарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Өҫтәүенә, тәбиғәт үҙе кешегә “программа” һалған, яҙғыһын, йәғни йәйге миҙгелгә әҙерлек мәлендә, яйлап ҡойола һәм яңыра башлай, шуға күрә был хәлгә күнергә тура килә. Яңылары тиҙерәк үҫеп сыҡһын өсөн һәр кем тырышлыҡ һала ала. Мәҫәлән, үҫеште тиҙләтеү өсөн туҡланыу рационына А, Е, С витаминдарына бай аҙыҡ-түлекте индерегеҙ. Диңгеҙ балығы, кишер, үҫемлек майы, көнбағыш, лимон, сәтләүек – шулар иҫәбендә.

Сәс составында ниндәй минераль матдәләр булыуын беләһегеҙме? Эйе, дөрөҫ, цинк, магний, селен, тимер, кальций, кремний сәстәрҙе нығыта. Әгәр улар организмға етешмәһә, сәс һыныусан һәм ҡойолоусанға әүерелә. Тимәк, был микроэлементтар тупланған абрикос, миндаль, ҡара емеш, алма, какао, йәшел сәй һәм шоколад табында булһын. Аҡһым да бик файҙалы: йомортҡа, ит, балыҡ, һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк бирегеҙ. Диета тоторға әүәҫ ҡатын-ҡыҙҙың йыш ҡына был аҙыҡтарҙан баш тартыуын аҡлап булмай. Составында аммиак һәм перекись булмаған буяуҙарҙан файҙаланығыҙ. Сәс ҡойолоуҙың тағы бер сәбәбе – себорея. Май биҙҙәре эшмәкәрлегенең боҙолоуы сәбәпле, баш ҡауаҡлана, ҡысыта. Һөҙөмтәлә баштағы күҙәүҙәр тығыла, сәс төбө эшмәкәрлеге боҙола һәм сәс яйлап ҡойола башлай. Был саҡта баш ҡауаҡланыуына ҡаршы шифалы шампундәр ярҙам итер. Ҡыҙҙырылған, артыҡ майлы һәм әсе аҙыҡтарҙы сикләү ҙә бары һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына буласаҡ.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас