Сәләмәт булайыҡ
18 Ноябрь 2022, 05:19

Уртаҡ маҡсат берләштерә

Күҙ алдында һауығалар.

Быйыл Республика врач-физкультура диспансеры үҙенең юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы диспансерҙың баш табибы Руслан Рәлиф улы Гәрәев ихлас ҡотлауҙарын еткерҙе.

“Һәр ҡайһыбыҙ – уртаҡ маҡсаттар һәм ҡиммәттәр менән берләшкән ҙур, татыу коллектив ағзаһы. Беҙҙең бурыс – республика спортсыларына юғары маҡсаттарға өлгәшеүҙә ярҙам итеү, шулай уҡ халыҡҡа медицина реабилитацияһын ойоштороу, республикалағы коллегаларыбыҙға ошо йәһәттән өлгө булыу. Беҙҙең диспансер – фекерҙәштәр һәм профессионалдар командаһы ул. Даими үҫешкә һәм камиллыҡҡа ынтылыуҙа ла, тотороҡлолоҡҡа өлгәшеүҙә лә беҙ берҙәм. Юбилей менән, дуҫтар!” тиелә уның ҡотлауында.

Башҡортостанда спорт меди­цинаһы бүлексәһе 1952 йылда ойошторола. Бөгөн Республика врач-физкультура диспансеры Рәсәйҙәге иң ҙур табип-физкультура хеҙмәттәренең береһен тәш­кил итә. Республика диспансерында спорт медицинаһы, медицина реабилитацияһы бүлексәләре, Сәләмәтлек үҙәге, көндөҙгө стационар, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиал бар.

 

Спортсылар өсөн поликлиника

 

Байтаҡ диспансер хеҙмәттәре күрһәтелеүгә ҡарамаҫтан, спорт медицинаһы төп йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Бында профессиональ спортсылар, паралимпиясылар, физкультура һәм күмәк спорт төрҙәре менән шөғөлләнгән кешеләр, спорт секцияларына һәм мәктәптәренә йөрөгән балалар һәм үҫмерҙәр күҙәтелә. Республика­быҙҙан йыл һайын 20 меңдән ашыу спортсы медицина тикшереүе үтә. “Салауат Юлаев”, “Ағиҙел”, “Торос” һәм “Толпар” хоккейсылары, “Урал” һәм “Уфимочка” клубтары волейболсылары, “Алиса” гандбол клубы ағзалары, “Уфимец” баскетболсылары, Башҡортостандағы башҡа танылған спортсылар, диспансерҙа ентекле медицина тикшеренеүе үтеп, күнекмәләргә һәм ярыштарға рөхсәт ала.

– Был – төбәктә спортсылар өсөн берҙән-бер поликлиника, – ти спорт медицинаһы буйынса табип Ольга Русских. – Улар кардиолог, дерматолог, офтальмолог, отоларинголог, невролог, травматолог-ортопед, уролог, гинеколог, диетолог кеүек белгестәрҙә тәрән медицина тикшереүе үтә. Спортсылар шәхси медицина күҙәтеүенә алына, көсөргәнешле физик ба­ҫымдан, ауырыуҙарҙан һәм имгә­неүҙәрҙән һуң һаулығын нығыта. Диспансерҙа эшләүҙән тыш, спорт медицинаһы бүлексәһе табиптары балаларға ярҙам итеү, урындарҙа спорт менән шөғөлләнеү мөмкин­леген биреү өсөн республика райондарына ла сәфәр ҡыла.

Бынан тыш, диспансерҙа ябай пациенттарға ла консультация үткәрелә. Теләге булған һәр кешегә белгестәр ҡулай физик әүҙемлек тәртибен, һауыҡтырыу күнекмә­ләрен һайлауҙа ярҙам итә. Бала­ларға спорт секцияларын һайла­ғанда табиптарҙың фекеренә ҡолаҡ һалыу айырыуса мөһим. Ольга Русскихтың фекеренсә, секцияға яҙылғанда баланың физик мөмкин­лектәрен, һаулыҡ үҙенсәлектәрен мотлаҡ иҫәпкә алырға кәрәк.

– Дөйөм үҫеш өсөн көнсығыш көрәше, акробатика, художество һәм спорт гимнастикаһы кеүек универсаль спорт төрҙәрен һайлау яҡшы. Әйткәндәй, күптән түгел республикабыҙҙа Светлана Хоркина исемендәге үҙәк асылды. Ҡулай спорт төрө менән шөғөл­ләнгән балаларҙың күҙ алдында һауығыуын, нығыныуын күрәбеҙ.

 

Йәшерен сирҙәр ҙә асыҡлана

 

Диспансер республикала аяҡҡа баҫтырыу медицинаһы үҙәген тәшкил итә. Пациенттар өсөн тулы ҡиммәтле реабилитация өсөн бында бөтә шарттар тыуҙырылған. Хәҙерге заман ҡорамалдары менән йыһазландырылған тренажер зал­дары, үҙенсәлекле физиотерапия аппараттары бар, һаулыҡ торошон күп һанлы тикшереү төрҙәре ойош­торолған, медицина ҡорамалдары даими яңыртыла, заманса ҡулай­ламалар һатып алына. Быларҙың барыһы ла тикшереүҙәр күләмен киңәйтеү, юғары квалификациялы ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген бирә.

– Беҙҙең пациенттар өсөн комплекслы неврология, кардиология реабилитацияһы, травманан һәм ковидтан һуң һауыҡтырыу саралары ойошторола, – ти көндөҙгө стационар мөдире вазифаһын башҡарыусы Альберт Хәлилов. – Кешеләр баш ҡаланың бөтә райондарынан, тотош республиканан килә. Терапия үҙ эсенә дауалау физкультураһын, быуындарҙы яҙыу һәм хәрәкәтте тергеҙеү өсөн махсус тренажерҙарҙа шөғөлләнеүҙе, төрлө физиотерапия ғәмәлдәрен ала. Көндөҙгө палаталар ҙа бар. Коронавирус сирен ауыр үткәргән пациенттар комплекслы реабилитация үтә, дауалау физкультураһы, тын алыу гимнастикаһы менән шөғөлләнә, психолог менән кәңәшләшә, дарыу терапияһын ала. Быларҙың барыһы ла йылдам һауығыуға булышлыҡ итә.

Диспансерҙа традицион, шулай уҡ уникаль ҡорамалдарҙа дауа­ланырға мөмкин. Мәҫәлән, вегетатив нервы системаһын дауалау өсөн тәғәйенләнгән заманса “Магнон” аппараты көсөргәнеште бөтө­рә, тынысландыра, йоҡоно яҡшыр­та. Магнит һәм электр ярҙамында стимуляциялаған үҙенсәлекле аппарат – “Нейрософт” остеохондрозды, артритты һөҙөмтәле дауалай, һыҙланыуҙы, елһенеүҙе һәм шеште бөтөрә.

Сәләмәтлек үҙәге үткәргән тикшеренеүҙәргә ҡарағанда, бала­ларҙың һәм өлкәндәрҙең һаулы­ғындағы етешһеҙлектәрҙең күбеһе йөрәк һәм ҡан тамырҙары систе­маһына, терәк-хәрәкәт ағзаларына, саманан тыш һимереүгә тура килә. Диспансерҙа белгестәр менән кәңәшләшеп, тәғәйен сәләмәт тормош һәм туҡланыу планын төҙөргә була. Табип-диетолог биоимпедансометрия методикаһы буйынса кәүҙәне тикшереп, ундағы май, һөлдә-мускулдар һәм минераль масса процентын билдәләй.

– Минераль ауырлыҡ түбән булһа, кальцийға анализ бирергә тәҡдим ителә. Уға бай препа­раттар­ҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә остеопорозды ла иҫкәртәләр. Пациент­тарҙың йәшерен шештәре лә асыҡ­лана. Тикшереү саралары матдә­ләр алмашыныуы боҙолған, кәүҙә ауырлығы саманан тыш артыҡ бул­ған пациенттарға ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Һөҙөмтәләргә ҡарап дөрөҫ туҡланыу картаһы төҙөлә, физик әүҙемлек буйынса кәңәш бирелә, – ти табип-диетолог Анна Белова.

 

Диспансерға нисек эләгергә?

 

Республика врач-физкультура диспансеры бөтә республика буйынса пациенттар менән эшләй. Медицина хеҙмәттәре мотлаҡ медицина страховкаһы нигеҙендә, йәғни участка поликлиникаһының йүнәлтмәһе буйынса бушлай күрһәтелә. Түләүле хеҙмәттәр иҫә­бенә белгес консультацияһы, диагностика тикшеренеүе, физиотерапия, психотерапия, рефлексотерапия, диетология, косметология һәм башҡа терапия йүнәлештәре инә.

- Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас