Әле ауылдарҙа һуғым һуйыу башланды, һәр йортта тултырмалар тығыла, табындарҙа итле ризыҡтар ҡуйыла. Башҡорт халҡының милли ризыҡтарының береһе - тултырманы һәр төбәктә төрлөсә эшләйҙәр. Уны малдың үпкә-бауырынан, баш итенән дә әҙерләргә мөмкин. Һеҙгә мин өләсәйемдең тултырма эшләү сере менән уртаҡлашҡым килә, ул быға бигерәк тә оҫта ине.
Уның ағас ороһонан эшләнгән ҙур табағы булды. Шул табаҡҡа бауыр-йөрәк, үпкә, майҙы сайҡатып, таҙалап һала ла үткер бәләкәй тәпке менән ваҡ итеп турай. (Авторҙан: былай турауҙың үҙенә күрә өҫтөнлөктәре бар: беренсенән, ит турағыстың рәшәткәһе тимер һәм уның тәме аҙ булһа ла иткә күсеп, тәмен үҙгәртә, икенсенән, ағас табаҡта турағанда ит киҫәктәре эрерәк була, тимәк, иттең структураһы ла һаҡлана. Белгестәр раҫлауынса, үтә ваҡланғанға ҡарағанда эрерәк киҫәкле ризыҡ кеше организмы өсөн файҙалыраҡ).
Тултырма өсөн әҙер иҙмәне осо еп менән бәйләнгән эсәктәргә бушағыраҡ итеп тултыралар, сөнки бешкәндә эсәк тарая һәм ярылырға мөмкин. Икенсе осон да бәйләгәс, тултырманы ҡайнап торған һыуға һалаһың. Ҡайнап сыҡҡас та, әйләндереп-әйләндереп, 4-5 урындан нәҙек энә менән тишкеләйһең. Был тултырма һытылмаһын өсөн эшләнелә. Бер сәғәттә тултырма бешеп өлгөрә. Табынға эҫе көйө бүлгеләп ултырталыр. Тәпке менән туралған тултырма тәмле лә, һутлы ла була.
Хәҙерге ваҡытта беҙ еңел булһын өсөн үпкә-бауырҙы, йөрәкте, майҙы ит турағысы аша үткәрәбеҙ. Һуған йәки һарымһаҡ ҡушабыҙ. Шулай уҡ ярты стакан бүрттерелгән дөгө ярмаһын ҡушҡанда, тултырманың майын һура, уға йәм һәм тәм бирә. Борос, тоҙҙо һәр кем үҙе теләгәнсә самалап һала.
Табын күрке, хан һыйына тиң тултырмаларҙы өҫтәлгә төрлөсә ҡырҡып, салат япрағы һәм йәшелсәләр менән дә бирергә мөмкин. Тултырмағыҙ - тәмле, һуғымығыҙ һимеҙ булһын!
Автор фотоһы.