Сәләмәт булайыҡ
21 Ноябрь 2022, 05:00

Эшҡыуарҙан сирлеләргә ҙур бүләк!

Сибай эшҡыуары Сергей Соловьев ниндәй изге эш башҡарған. Был хаҡта тулыраҡ:

Эшҡыуарҙан сирлеләргә ҙур бүләк!Эшҡыуарҙан сирлеләргә ҙур бүләк!
Эшҡыуарҙан сирлеләргә ҙур бүләк!

Изге йөрәкле, миһырбанлы кешеләр арабыҙҙа күп. Ошо көндәрҙә тап шундай мәрхәмәтле эшҡыуарҙарҙың береһенең ярҙамы менән Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының кардиология бүлегендә дауаланыу ҙәм йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған ике урынлы палата барлыҡҡа килгән. Пациенттар өсөн бындай палата булдырыуға, ремонт яһауға, йыһаздар алыуға эшҡыуар Сергей Анатольевич Соловьев ярҙам иткән.

-Дауаханала сирлеләр өсөн укол - дарыуҙар ғына түгел, тейешле шарттар ҙа булырға тейеш. Юҡҡамы ни үҙ йортоңдоң стеналары ла дауалай тимәйҙәр бит. Шуға ла шарттар өйҙөкөнә яҡын булһын өсөн тырыштыҡ,- ти эшҡыуар-бағыусы Сергей Соловьев. -Душ, бәҙрәф, аш-һыу әҙерләү урыны, һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес, һауыт-һаба, хатта телевизор ҙа бар. 

Бындай бүлмәләрҙә сирлеләр тиҙ арала йүнәлеп, тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыр, тип ышанайыҡ.

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы коллективы эшҡыуарға ҙур рәхмәтле.

Фото: Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы.

Эшҡыуарҙан сирлеләргә ҙур бүләк!
Эшҡыуарҙан сирлеләргә ҙур бүләк!
Эшҡыуарҙан сирлеләргә ҙур бүләк!
Эшҡыуарҙан сирлеләргә ҙур бүләк!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас