Сәләмәт булайыҡ
22 Ноября 2022, 10:00

БДМУ-ла Урология һәм онкология институты асылды

Сирлеләргә сифатлы ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге тыуа.

БДМУ-ла Урология һәм онкология институты асылдыБДМУ-ла Урология һәм онкология институты асылды
БДМУ-ла Урология һәм онкология институты асылды

Башҡортостан ғалимдарының фундаменталь тикшеренеүҙәр һәм яңы фәнни асыштар өсөн яңы майҙансығы барлыҡҡа килде. БДМУ клиникаһы ҡарамағында Урология һәм онкология институты асылды. Өс мең квадрат метр майҙанда лабораториялар, биобанк, яман шешкә ҡаршы дауалау терапияһының ике бүлеге, көндөҙгө стационар һәм уҡыу биналары урынлашҡан.

“Беҙ ҙур ғилми үҙәк ойошторабыҙ. Унда дауалау базаһы ғына түгел, шулай уҡ күләмле ғилми блок, уникаль ҡорамалдар менән йыһазландырылған, организм күҙәнәктәренең һәр генын асыҡлай алған молекуляр генетика лабораторияһы урынлашҡан. Яман шештән яфаланған пациенттар өсөн был айырыуса мөһим. Үҙәктә 40-ҡа яҡын ғилми хеҙмәткәр эшләйәсәк”, – тине БДМУ ректоры, урология һәм онкология институты етәксеһе Валентин Павлов.

Өфө институты – илдә дүртенсе. Ошондай уҡ тикшеренеү үҙәктәре Мәскәүҙә һәм Һарытауҙа бар. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Алексей Касьянов, Сеченов исемендәге беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты ректоры Петр Глыбочко, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ҡатнашты.

“Бөгөн бында килеүемә бик шатмын. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса һеҙгә ихлас ҡотлау, хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен тапшырам. Оҙаҡ ваҡыт медицина өлкәһендә эшләнем, үҙемде һеҙҙең хеҙмәттәшегеҙ, тәү сиратта табип-онколог һәм, әлбиттә, уролог итеп иҫәпләйем, шуға күрә бөгөнгө тантанала ҡатнашыуыма икеләтә шатмын. Бөгөн беҙ медицина фәненең, айырыуса урология һәм онкология өлкәһендәге заманса ҡаҙаныштарын һәм мөмкинлектәрен күрәбеҙ. Рәсәй төбәктәрендә лә баш ҡалабыҙҙағы алдынғы үҙәктәр менән сағыштырырлыҡ үҙәктәрҙең асылыуы ҡыуаныслы хәл “, – тине Максим Забелин.

“Хәҙер эргәлә генә урынлашҡан университетта клиникаға тиклемге һәм клиник тикшереүҙәр үткәреү мөмкинлеге бар. Бында студенттар, ординаторҙар һәм аспиранттар өсөн яҡшы база төҙөү менән бер рәттән яман шеш сирҙәрен иртә диагностикалау, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, дауалау тормошҡа ашырыласаҡ . Башҡортостанда йәшәгән пациенттарға сифатлы ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге тыуа”, – тине Сеченов исемендәге беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты ректоры Петр Глыбочко.

Республика Башлығы Радий Хәбиров та социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфөләге иҫтәлекле ваҡиғаны телгә алды.

“Өфөлә уникаль учреждение – Башҡорт дәүләт медицина университетының Урология һәм клиник онкология институты асылды. Ул урология һәм онкология ауырыуҙарын дауалау алымдарын тулыһынса ҡайтанан ҡарарға мөмкинлек бирәсәк.

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы нигеҙендәге  ҙур ғилми белем биреү һәм дауалау үҙәге яңы ҡорамалдар һәм лабораториялар менән тәьмин ителгән. Бында, бер майҙансыҡта, тәжрибәле табип-онкологтар, биологтар, генетиктар эшләйәсәк. Уларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе пациенттың ауырыу сәбәбен анығыраҡ билдәләргә, дауалауҙа һәм иҫкәртеүҙә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә, кеше ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.

Киләсәктә һүҙ онкология хаҡында ғына бармай. Молекуляр генетика – бик күп ауырыуҙарҙың сәбәбен аңлауға асҡыс. Институт лабораторияһында, БДМУ генетиктарынан тыш, республиканың башҡа юғары уҡыу йорттары вәкилдәре лә эшләйәсәк – был иһә ғалимдарыбыҙ өсөн ҙур мөмкинлектәр аса.

Әйткәндәй, бөгөн беҙҙең БДМУ-ға 90 йыл тула. Вуз коллективын һәм стунденттарын ошонда, социаль селтәрҙә, тәбрик итәм һәм шәхсән ҡотларға мотлаҡ килермен”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: bashinform.ru/news

Сығанаҡ: bashinform.ru/news, vk.com/radiyhabirov

 

БДМУ-ла Урология һәм онкология институты асылды
БДМУ-ла Урология һәм онкология институты асылды
БДМУ-ла Урология һәм онкология институты асылды
БДМУ-ла Урология һәм онкология институты асылды
БДМУ-ла Урология һәм онкология институты асылды
БДМУ-ла Урология һәм онкология институты асылды
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас