Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Башҡортостан дәүләт медицина университетын юбилей менән ҡотланы.
“Рәхмәт.
Республикабыҙ халҡы, һәр беребеҙ табиптарыбыҙға тап ошо һүҙҙе әйтергә теләйҙер тип ышанам. Ике йыл коронавирусҡа ҡаршы көрәш, махсус хәрби операция, унда табиптарыбыҙ – йәнә алғы сафта, хәрби-ялан госпиталдәрендә һәм азат ителгән биләмәләрҙә. Дауаханаларҙа, поликлиникаларҙа, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, ашығыс ярҙамда, күсмә бригадаларҙа көн һайын хеҙмәт итәһегеҙ.
Былар барыһы ла – беҙҙең Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлаусылар тураһында. Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн кадрҙар әҙерләүсе төп үҙәккә, илдең иң ҙур медицина вуздарының береһенә – 90 йыл. Бөгөн ул – республикала ҙур фән үҙәге, ғилми-белем биреү комплексы, ул Рәсәй юғары уҡыу йорттары рейтингтарында иң юғары урындар биләй.
Университет студенттарын, сығарылыш студенттарын, уҡытыусыларын, хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарын ҡотлайым. Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Николаевич Павловты шәхсән ҡотлайым, уның арҡаһында юғары уҡыу йорто күп осраҡта ошондай юғары позицияларҙы биләй.
Һуңғы ике йылда тормош беҙҙе, табиптарыбыҙҙы ныҡлыҡҡа һынай. Бындай һынауҙар башҡаса булмаҫ, тип ышанабыҙ, әлбиттә. Әммә һеҙҙең менән тағы ла бер тапҡыр “разведкаға” барыр инем".
Фото: "Бәйләнештә".