Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан дәүләт медицина университетына 90 йыл тулыуға арналған тантаналы сарала сығыш яһаны.
Төбәк етәксеһе Башҡортостан дәүләт медицина университеты ветерандарын, уҡытыусыларын һәм студенттарын юғары уҡыу йортоноң юбилейы уңайынан ҡотланы һәм Рәсәйҙең, Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Башҡортостан дәүләт медицина университеты – республикабыҙ һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн кадрҙар әҙерләүсе төп урын, – тине Радий Хәбиров. – Һәр беребеҙ, Башҡортостан халҡы, табиптарыбыҙға рәхмәт әйтергә теләй. Ике йыл коронавирусҡа ҡаршы көрәш, махсус хәрби операция, унда табиптарыбыҙ – йәнә алғы сафта, хәрби-ялан госпиталдәрендә һәм биләмәләрҙә. Дауаханаларҙа, поликлиникаларҙа, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, ашығыс ярҙамда, күсмә бригадаларҙа көн һайын хеҙмәт итеү. Былар барыһы ла – беҙҙең медицина юғары уҡыу йортон тамамлағандар тураһында. Бөгөн ул Валентин Николаевич Павлов етәкселегендә ҙур фән үҙәгенә әүерелә. Беҙ университеттың федераль проекттарҙағы, шул иҫәптән “Өҫтөнлөк 2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһындағы ҡаҙаныштарына шатбыҙ. БДМУ студенттарына һәм йәш белгестәргә һөнәри уңыштар теләйем! Ә беҙҙең ветерандар алдында күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн баш эйәбеҙ. Байрам менән!
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко үҙенең видеосәләмләүендә Башҡортостан дәүләт медицина университеты коллективына илдең һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, йолаларға тоғролоҡто һаҡлап ҡалыуҙарын, билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыуҙарын теләне.
– Башҡортостан дәүләт медицина университеты коллективын мөһим юбилейы менән ихлас ҡотлайым. 90 йыл эсендә ул илдең иң эре тармаҡ вуздарының береһенә әүерелде. Бөгөн унда донъяның 57 иленән 12 меңдән ашыу студент белем ала, – тине Михаил Мурашко. – Уҡыу процесын ғилми тикшеренеүҙәр менән берләштереү, яңы технологияларҙы әүҙем файҙаланыу, белем биреү программаларын киңәйтеү, индустриаль партнерҙар, ғилми ойошмалар менән бәйләнештәрҙе нығытыу артабан үҫешеү өсөн яңы этәргес булыр тип ышанам.
БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Валентин Павлов юғары уҡыу йорто эшмәкәрлегенең Башҡортостан үҫеше менән тығыҙ бәйле булыуын билдәләне.
– Беҙ данлы юл үттек. Бар тарихыбыҙ дауамында илдең иң яҡшы юғары уҡыу йорто булырға ынтылдыҡ. Рәсәйҙә, сит илдәрҙә билдәле фундаменталь фән һәм клиник медицина мәктәптәрен ойошторҙоҡ. Ә республика һәм федераль Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яғынан ярҙам университетты үҫтереү буйынса амбициялы пландар булдырырға, уларҙы уңышлы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирҙе, – тине Валентин Павлов. – Бөгөн беҙгә Тыуған ил йөкмәткән медицина кадрҙарын әҙерләү буйынса бурыстарҙы атҡара алырбыҙ, тип ышанам. Коллективты, студенттар берләшмәһен уҡыу йортоноң 90 йыллығы уңайынан ҡотлайым.
Тантаналы сарала шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәтенең Һаулыҡ һаҡлау департаменты директоры урынбаҫары Артём Тарасенко, илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында Медицина мәғарифы һәм кадрҙар сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Нина Ковязина, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Рәсәйҙең Медицина һәм фармацевтика юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы етәксеһе, Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт университеты ректоры Пётр Глыбочко сығыш яһаны. Улар уҡытыусыларҙы, студенттарҙы юғары уҡыу йортоноң юбилейы уңайынан ҡотланы һәм ведомство наградаларын тапшырҙы.
Байрам сараһы Башҡортостан дәүләт медицина университеты исеменән сығыш яһаған ижади коллективтарҙың һәм башҡарыусыларҙың концерты менән тамамланды.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.