Республика Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенән:
"Был аҙнала Өфөлә "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2022" Бөтә Рәсәй конкурсы финалы үтте. Мәскәүҙә суперфинал һөҙөмтәләре иғлан ителде. Башҡортостан - иң яҡшылар араһында!
Өфөнөң 161-се лицейы "Ҡала мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы-2022" номинацияһында беренсе урын алды.
Иглин ауылындағы 1-се мәктәп — "Ауыл мәктәбенең иң яҡшы ашханаһы-2022" номинацияһында өсөнсө.
Бүздәк ауылындағы 2-се мәктәп (туҡланыуҙы үҙе ойошторған) "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2022" Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды.
Өфөлә үткән финалда мәктәп ашханаһының иң яҡшы ашнаҡсыһы исемен белдек, ул — Өфөнөң 87-се мәктәбенән Татьяна Екимова.
"2019 йылда, республикала мәктәптә туҡланыу мәсьәләһен яңы ғына хәл итә башлағанда, хәл еңелдән булманы. Зарланыуҙар йыш ишетелде, балаларҙы ҡырҙан килтерелгән аҙыҡ-түлек менән туҡландырҙылар. Хәҙер киреһенсә. Урындағы продукцияның айырым категорияларҙағы өлөшө, мәҫәлән, ит 90 процентҡа тиклем артҡан. Иҫке һауыттарҙы алмаштырҙыҡ, ашханаларҙы яңыртыу башланды, ҡорамалдар һатып алынды. Байтаҡ эш башҡарылһа ла, алда бурыстар байтаҡ".
Фотолар Башҡортостан Башлығы сәхифәһенән.