Алкоголдең һаулыҡҡа кире тәьҫир итеүе барыбыҙға яҡшы билдәле. Ә уның тирегә насар йоғонтоһон кемдәр белмәй? Эскелектән тире йонсой, тупаҫлана, йәмһеҙләнә. Ни эшләп?
Беренсенән, тире ҡорой, һыуһыҙлана. Алкоголь – ағыу. Аҡыллы организм уны “аңлай” һәм ағыуҙан тиҙерәк ҡотолорға тырыша.Бауыр алкоголде йәһәт кенә эшкәртергә тотона, ә бахыр бөйөр тарҡалған продукттарҙы организмдан тиҙерәк сығарырға тырыша. Шуға күрә алкоголь бәүел ҡыуҙырыу тәьҫиренә эйә лә инде. Һөҙөмтәлә эскелек менән үткән һәр табын кешене ныҡ һыуһыҙландыра. Иң тәүҙә һыу тире аҫтындағы туҡыманан китә.Эскән кешенең йөҙөнә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Бит ҡорой, сырышҡа әүерелә, йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә.
Икенсенән, эскелек менән мауыҡҡан кеше тиҙ ҡартая, сөнки алкоголь тиренең һығылмалығы өсөн яуап биргән аҡһым – коллагенды һаҡлаусы С һәм Е витаминдарын тарҡата. Шунлыҡтан йөҙҙөң ҡайһы бер урынында тире һалпайып төшә башлай.
Өсөнсөнән, бит танымаҫлыҡ булып үҙгәрә, күк-ҡыҙыл төҫкә инә. Эскелек ҡан әйләнешен боҙа, ҡандағы ҡыҙыл ҡан бөртөксәләре йәбешә һәм тире күҙәнәктәре кислородҡа ҡытлыҡ кисерә башлай. Әгәр бер нисә капилляр ҡан бөртөксәләре менән тыңҡысланһа, ҡан баҫымы аҫтында капилляр шартлай йәғни микроинсульт барлыҡҡа килә. Шулай итеп, биттә, тәү сиратта капиллярҙар күп булған танауҙа, күк төҫтәге ҡан тамырҙары селтәре хасил була.Хатта “эскесе йөҙө” тигән махсус термин да йөрөй. Танау ҡыуышлығы киңәйә, ирендәр йоҡара. Ҡоро, күҙәнәкле, тупаҫ, сырыш, һулыған йөҙ бер кемде лә биҙәмәй, тимәк, алкоголле эсемлектәрҙән арынып, яман ғәҙәтте “төйнәп”, ҡотолоу яғын ҡарарға ваҡыт еткән.
Фото:studfile.net