1. Шифалы эсемлек бер балғалаҡ лимон һуты, бер балғалаҡ шыйыҡ яңы бал, бер ҡалаҡ үҫемлек майы (иң яҡшыһы - зәйтүндеке) ҡушып әҙерләнә. Уны көн дә ашарҙан алда эскәндә көс-хәл инә, сирҙәргә бирешмәүсәнлек һәләте арта.
2. Иртән торғас та ас ҡарынға бер балғалаҡ бал болғанған бер стакан эҫе һыу эсергә. Ярты сәғәттән һуң тоҙһоҙ, шәкәрһеҙ, майһыҙ һыуҙа бешерелгән һоло бутҡаһы ашарға. Бер балғалаҡ бал һәм 3-4 ҡалаҡ эремсек ҡушырға мөмкин, хатта шулай нығыраҡ файҙалы ла буласаҡ.
3. Иммунитетты күтәреү өсөн 150 грамм кедр (тышы менән) сәтләүеге, 150 грамм шыйыҡ бал, 0,5 литр 40 процентлы спирттан яһалған төнәтмә бик файҙалы. Уны әҙерләү юлы: быяла һауытта бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып болғап, ҡараңғы һалҡын урынға 10 көнгә ултыртып ҡуйырға. Көн дә һелкеткеләп торорға кәрәк. Һоро төҫтәге шыйыҡса килеп сыға. Шифалы эсемлекте ашарҙан ярты сәғәт алда 20-30 миллилитрлап ҡына ҡулланырға.
Быларҙы эшләрҙән алда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Фото:agrognom.ru