Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Ноябрь 2022, 17:23

Туҡланыуҙың мейегә йоғонтоһо ҙур

vk.com
Фото:vk.com

Ғалимдар күптәрҙең ашау рационының йыш ҡына бер төрлө икәнлеген асыҡлаған. Ул, нигеҙҙә, ит, картуф һәм ондан бешерелгән аҙыҡ-түлектән торған.

Тикшереүҙә уртаса 78 йәштә деменциялы 209 һәм ошо уҡ йәштәге төр­лө енестәге, белемле, әммә когнитив боҙолоу­ҙарға дусар түгел 418 кеше ҡатнашҡан. Улар анкетаға һуңғы йылда күпме һәм ниндәй ризыҡ ашағанлығы хаҡында мәғлүмәттәрҙе яҙған, өҫтәүенә, медицина тикшереүе лә үткән.

Шулай итеп, ғалим­дарҙың тикше­реүе деменциянан йонсо­ған­дарҙың күберәк колбаса, ыҫланған һәм крахмалға бай аҙыҡ-түлеккә, алко­голгә, тәм-томға өҫтөнлөк биреүен асыҡлаған. Ә бына ит, диңгеҙ аҙыҡ-түлеге, йәшелсә, еләк-емеш менән туҡлан­ғандарҙың аҡыл йәһә­тенән сәләмәтлегендә норманан тайпылыштар күҙәтелмәгән.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: