Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Ноябрь 2022, 17:24

Һуған менән һарымһаҡты “ситләтмәгеҙ”

thegioidat.info
Фото:thegioidat.info

Ни өсөн ата-бабаларыбыҙ элек-электән һуған һәм һарымһаҡ ашаған? Был юҡҡа ғына түгел, сөнки тап ошо йәшелсә вирустарҙы һәләк итеүсе фитонцидтарға бай. Тик бына һуған менән һарымһаҡтың файҙаһы тураһында тағы түбәндәгеләр билдәле булды.

Шеньяндағы Ҡытай медицина универси­тетының Беренсе дауаханаһы ғалимдарының тикшеренеүҙәре шуны раҫлаған: ошо йә­шелсәләрҙе көндәлек рационға индереү, һөт биҙе, простата, эсәктәр яман шеше менән сирләү хәүефен кәметә.

Әйткәндәй, һуған менән һарымһаҡты беше­релмәгән килеш ашау күпкә файҙалыраҡ икәнлеге хаҡында онотмайыҡ. Уларҙағы матдәләр сәләмәт күҙәнәктәрҙең ауырыуға әйләнеүен блокировкалай. Шулай итеп, кәрәкле һөҙөмтә булһын өсөн көн һайын һуғандың дүрттән бер өлөшөн һәм һарымһаҡтың бер өлөшөн ашарға кәрәк.

Әммә ошо ике йәшелсә араһынан һарымһаҡ үҙендә әүҙем матдәләрҙең булыуы менән отошлораҡ. Ул, һуған менән сағыштырғанда, холестерин кимәлен кәметә. Әммә шуныһы: һуғандың ашҡаҙанға насар йоғонто яһауы бар. Шуға күрә панкреатит йәки аш­ҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәренән яфаланғандарға, ғөмүмән, башҡаларға ла һуған йәки һарымһаҡ ашау алдынан белгестән кәңәш алыу зыян булмаҫ.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас: