Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Ноябрь 2022, 22:15

Күпкә йәш күренерһегеҙ

Бит тиреһен шымартыу өсөн картуф крахмалынан битлек эшләп ҡарағыҙ - һөҙөмтә, һис шикһеҙ, һөйөндөрөр. Рецепт - яҙмала.

Күпкә йәш күренерһегеҙ
Күпкә йәш күренерһегеҙ

Өй шарттарында картуф крахмалынан бит тиреһен йәшәртеү сараһы әҙерләүе һәм ҡулланыуы бик уңайлы, һөҙөмтәһе лә күҙгә тиҙ күренә. Шуларҙың бер нисәһен иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.

1. Бер ҡалаҡ крахмалды бер ҡалаҡ һөт ҡушып иҙергә лә бер балғалаҡ персик майы (персик һөйәктәренән алынған май - дарыуханала бар) ҡушып, ныҡлап бутарға. Уны алдан таҙартылған биткә тигеҙ итеп яғырға. Битлекте ярты сәғәттән һуң аҡ сәскәнең шыйыҡ төнәтмәһе йә йылымыс һыу менән йыуып төшөрөргә. Бындай маска һиҙгер тире өсөн яҡшы, биттәге ваҡ һырҙар яҙылып китә.

2. Бер ҡалаҡ крахмалды шишмә һыуы йәки ҡайнап йылымысланған һыу менән бутап иҙергә. Уға бер йомортҡаның ағын һәм яңы һығылған лимон һутын өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Ҡуйы массаны биткә һылағас, 30-40 минут тоторға кәрәк. Уны йылы һыуға мансылған косметик тампон ярҙамында һөртөп алырға, шунан битте йыуырға була. Был битлек майлы тиреле кешегә нығыраҡ килешә.

3. Бер ҡалаҡ крахмалды бер балғалаҡ тоҙ менән буташтырып, йылы һөт һәм бер балғалаҡ бал өҫтәп болғатырға. Биткә яғып, ярты сәғәт тотҡас, өҫтәге рецепттағыса таҙартырға кәрәк.

Фото: attuale.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: