Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Ноябрь 2022, 08:00

Ял табынын “Жульен” биҙәһен

Ишембайҙан уңған хужабикә Роза Йәнбирҙина ябай ғына рецепт тәҡдим итә.

Ял табынын “Жульен” биҙәһен
Ял табынын “Жульен” биҙәһен

Өҫтәлдәребеҙҙә ризыҡтың тәмле генә түгел, матур биҙәлешле булыуы ла яҡшы кәйеф уята. Ишембай ҡалаһынан уңған хужабикә Роза Йәнбирҙина “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары өсөн “Жульен” әҙерләү сере менән уртаҡлашты. Ял көндәрендә лә яҡындарығыҙҙы һыйларға мөмкин, Яңы йыл табынына әҙерләп ултыртһағыҙ ҙа өҫтәлегеҙҙе йәмләр.

Һүҙҙе аш-һыу оҫтаһына бирәйек:

- Аш-һыуҙы төрләндереп бешерергә яратыусылар өсөн был ризыҡ бик ҡулай: байрамға ла, ҡәҙимге киске аш өсөн дә тура килә, иң мөһиме - бик ябай һәм тиҙ бешерелеүе менән аш-һыу оҫталарының һөйөүен яулаған. Жюльен (жульен) - француз кухняһының классик аҙығы, ул тауыҡ итенән һәм бәшмәҡтән эшләнә. Бик тәмле килеп сыға, биҙәлеше яғынан да матурлығы менән арбай.

Шулай итеп, 12-15 тарталетка өсөн 200 грамм тауыҡ ите, 200 грамм шампиньон, бер баш һуған, 20 миллилитр көнбағыш майы, 20 грамм он, 100 грамм 12 процентлы һөт өҫтө (сливки), 100 грамм ҡаты сыр, тәменә ҡарап тоҙ кәрәк була.

Тәүҙә һуғанды көнбағыш майында ҡыҙҙырып алғас, бәшмәҡ менән сей тауыҡ итен турап ҡушабыҙ. Ошо ҡатнашмаға он һалғас, утты аҙыраҡ кәметәбеҙ. Онды бутағандан һуң һөт өҫтө (сливки) ҡоябыҙ, һуңынан кәрәгенсә тоҙ һалабыҙ. Соус ҡуйырһа, тимәк, әҙер тигән һүҙ. Уны тарталеткаларға ҡалаҡ менән һалабыҙ. Унан иң өҫтөн сыр менән биҙәйбеҙ ҙә биш минут духовкала (210 градус) тотоп алабыҙ.

Тәмле жульен әҙер. Эшләп ҡарағыҙ, бер ҙә үкенмәҫһегеҙ!

Фото һәм видео Роза Йәнбирҙинаның архивынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: